Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Август 2022, 14:00

“Күпме кәрәк, шунса ярҙам итәсәкбеҙ”

"Беҙҙең табип-неонатологыбыҙ  ҡалала берҙән-бер булған перинаталь үҙәктә алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Уның ярҙамында 28 бала донъяға килде”, – тип яҙа Максим Забелин

“Күпме кәрәк, шунса ярҙам итәсәкбеҙ”
“Күпме кәрәк, шунса ярҙам итәсәкбеҙ”

Луганск халыҡ республикаһында Башҡортостан табиптарынан торған өс автопоезд эшләй. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин яҙған.

“Билдәле булыуынса, беҙҙең табиптар ирекмәндәр рәүешендә Донбасстағы хеҙмәттәштәренә ярҙамлаша, операциялар яһай, ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Яҡташтарыбыҙға еңел түгел, ресурстар күберәк кәрәк, ә тыныс хәл йыш булмай. Июнь айында  медицина бригадаһы хатта Украина ғәскәрҙәренең ракеталары Красный Луч ҡалаһын утҡа тотҡанда  хәүеф аҫтында ҡалды, хәрби кәрәк-яраҡ келәтендә янғын башланды. Табип һәм шәфҡәт туташтары ашығыс рәүештә пациенттарҙы бомбанан һаҡланыу урындарына күсерҙе. Беҙҙең табип-неонатологыбыҙ  ҡалала берҙән-бер булған перинаталь үҙәктә алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Уның ярҙамында 28 бала донъяға килде”, – тип яҙа Максим Забелин.

 10 августа Луганск халыҡ республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Наталья Пащенко бөтә өс сменала эшләгән  Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерҙе һәм өсөнсө сменала эшләгән табиптарҙы “Луганск халыҡ республикаһының рәхмәтле халҡынан” почет билдәһе менән наградланы.

“Башҡортостан табиптарының хеҙмәтен хаҡлы рәүештә баһаланылар тип иҫәпләйем. Ә республика туғандаш халыҡҡа күпме кәрәк, шунса ярҙам итәсәк”, – тип һүҙен йомғаҡлаған Максим Забелин.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: