

Көндө күтәренке кәйеф менән башлаһаң, тәүлек әйләнәһенә шулай дауам итә тигән фекер йәшәй. Ҡояштай балҡыған йөҙҙөң, ҡунаҡсыл ҡараштың әҙәм балаһына ыңғай тәьҫир иткәнен телгә алыу артыҡ. Иңдәргә ҡанат ҡуйып, дәртләндереп ебәреү иһә киләсәккә ҙур өмөттәр уята, ышанысты унлата арттыра. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының кабинетынан кеше өҙөлмәй – берәүҙәр инә, икенселәр ҡәнәғәт йөҙ менән ҡайтырға юллана. Улай ғынамы, ишектән күренгән һәр кемдең йөҙөндә нур балҡый. Әйтерһең дә, ҙур һәм мәртәбәле тантанала ҡатнашҡандар ҙа шунан кинәнес алалар. Юлай Талха улының эш бүлмәһенән һәр кем күкрәк киреп, ҡыйыу аҙымдар менән сыға икән, был тиккә түгел. Был яҡтарҙа шундай әйтем йәшәй, булдыҡһыҙ әҙәм булмай, бары тик уны эшкә өйрәтеү, дилбегәне ҡулына тоттора белеү зарур. Бәлки, район иҡтисадын үҫтерә белеүҙең сере лә халыҡ күңеленә юл табыу оҫталығынан киләлер?
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай ИЛЬЯСОВ менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ төбәккә ҡағылған мәсьәләләр хаҡында барҙы.
– Һеҙҙең кабинетығыҙға килеп ингәс тә, иғтибарҙы стенаға эленгән әйбер йәлеп итә. Нимә ул?
Юлай Ильясов:
– Үҙем тыуып үҫкән Ейәнсура районында йылғалар бихисап. Оло Эйек, Кесе Эйек, Оло Һүрәм, Кесе Һүрәм, Әселе, Өҫкәлек, Ҡаҫмарт һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Ә йылға буйҙарын йәмләгән, түбәһе күккә тейә яҙып торған оҙон тирәктәрҙе беҙҙә генә осратырға мөмкин. Бер-береһенә уралып, тармаҡланып үҫкән ағас тамыры ул. Ваҡыт үтеү менән ул ташҡа әйләнгән. “Тамыры йыраҡ ағастың ғүмере оҙаҡ”, тибеҙ. “Тамыры ныҡ ағасты ел дә ҡуптара алмаҫ”, “тотҡан ағасыңдың тамыры ныҡ булһын”, “ирҙәр – имән тамыры” тигән әйтем-мәҡәлдәр беҙҙә киң таралған. Беренсенән, ағас тамыры шикелле ныҡ булырға кәрәк тигәнгә ишара был. Икенсенән, ул тыуған яғымды хәтерләтеп тора.
– Көйөргәҙе районын телгә алһалар, шәхсән минең өсөн иге-сиге күренмәгән иркен дала, елһеҙ саҡта ла баштары әҙ генә сайҡалған болон үләндәре күҙ алдына баҫа. Был ысынлап та шулаймы?
Юлай Ильясов:
– Әлбиттә, тигеҙлектәр – төп байлығыбыҙ, тәбиғәт бүләк иткән хазинабыҙ. Ул дөйөм ерҙәрҙең күп өлөшөн тәшкил итә. Ҡыҙыҡ, беҙҙә урман райондың ете процентын ғына биләй, урман тигәнебеҙ ҙә шул бәләкәй генә утрауҙар инде. Ошонан сығып ҡына ла йәйрәп ятҡан киңлектәрҙең ни хәтлем ҙур, шул уҡ ваҡытта хозур икәнен төҫмөрләргә мөмкин. Көйөргәҙе – яланға бай төбәк. Шуғалыр ҙа инде кешеләрҙең дә күңеле киң, улар ҡунаҡсыл һәм дәртле.
– Әйткәндәй, халыҡтың эш менән тәьмин ителеү мәсьәләһе нисек тора?
Юлай Ильясов:
– Көйөргәҙе районында эшләй башлағас та, бындағы халыҡтың ныҡышмаллығы, өлгөрлөгө, тәүәккәллеге хайран итте. Ошондай күркәм сифаттарҙың элек-электән килгәненә инандым. Бөгөн иһә уларҙың ошо һыҙаттарҙы йәш быуындың күңеленә һеңдергәне шатландыра.
Беҙҙә сәнәғәт предприятиелары һәм ауыл хужалығы тармағы ныҡ үҫешкәс, кешеләр төрлө ойошмаларҙа тир түгә. Төбәктә эре предприятиелар ҙа, кесе ойошмалар ҙа берҙәй табыш килтерә. Мәҫәлән, “Бөгөлсән ҡояш электр станцияһы”, “Ҡансура газды ер аҫтында һаҡлау” идаралығы, “Көйөргәҙе юл ремонт-төҙөлөш идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Искра” ауыл хужалығы кооперативы халыҡты күпләп эш менән тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта “Көйөргәҙеһөт”, “Ремонтник”, “Коммунальник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә лә көйөргәҙеләр үҙҙәренә эш тапҡан.
Һандарға күҙ йүгертәйек. Беҙҙә ҡулланыусылар баҙарының 188 объекты бар, шул иҫәптән 74 объектта халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтәләр, дөйөм туҡланыу урыны – етәү. 107 ваҡлап һатыу нөктәһе иҫәпләнә, уның эсенә 13 аҙыҡ-түлек магазины, 24 кейем-һалым магазины, 62 универсаль магазин, “Гүзәл” һәм “Монетка” тигән сауҙа йорттары, биш дарыухана һәм баҙар ингән. Сауҙа өлкәһенә бөтәһе 650 кеше йәлеп ителгән.
– Бер нисә сәнәғәт предприятиеһының уңыштары тураһында һөйләп китмәҫһегеҙме?
Юлай Ильясов:
– Әйтәйек, “Коммунальник” йәмғиәтендә бөгөн 42 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Ермолаевка ауылында урынлашҡан ойошма халыҡҡа коммуналь хеҙмәттәр күрһәтә. Эшселәренә хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә.
“Ремонтник” йәмғиәте иһә техниканы ремонтлау менән мәшғүл. “Көйөргәҙеһөт” йәмғиәте шулай уҡ рентабелле эшләй.
– Юлай Талха улы, ауыл хужалығы тармағында ниндәй уңыштар бар? Уның буйынса нимә әйтерһегеҙ?
Юлай Ильясов:
– Көйөргәҙе районы ауыл хужалығы тармағы буйынса элек-электән яҡшы үҫешкән район булараҡ дан тота. Хәҙер ҙә мал иҫәбен һаҡлап ҡалыуға ғына түгел, уны арттырыуға өлгәштек хатта. Бынан тыш, сәсеүлек майҙанын кәметеүгә юл ҡуйманыҡ. Быларҙың бөтәһе лә көндәлек хеҙмәт емеше. Һандарға күсәйек. Хужалыҡтар базаларға реконструкция үткәрә. Ауыл хужалығы предприятиелары фермаларҙы яңыртыу эшен уңышлы дауам итә. Киләсәктә лә һөт етештереү һәм уны һатыуҙа алдынғы булырбыҙ тигән ышаныс көслө.
Көйөргәҙе – аграр район. Төбәкте агросәнәғәт комплексынан тыш бер нисек тә күҙ алдына килтереп булмай. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр 200 мең гектарға яҡын майҙанды биләй, шуның 104 мең гектары – һөрөнтө ерҙәр. Бынан тыш беҙҙә көтөүлектәр ярайһы иркен, сабынлыҡтар ҙа етерлек.
Бөгөн ураҡ ҡыҙыу бара. Маҡсат – үҫтерелгән игенде ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып, бураларға һалыу. Ҡамыш – һыуҙан, тырыш эштән туймаҫ тигән шикелле, игенселәрҙең бурысына яуаплы ҡарауы шатландыра.
Күптән түгел, Ейәнсура районының “А7Агро РБ” ауыл хужалығы предприятиеһында үткәрелгән “Баҫыу көнө” семинарынан бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Унда республикабыҙҙың ундан ашыу районы ҡатнашты. Тәжрибә уртаҡлашыр һәм фекер алышыр өсөн бындай сараларҙы уҙғарырға кәрәк. Ейәнсуралар эстафетаны көйөргәҙеләргә ышанып тапшырҙы, ул Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативында үтәсәк.
Шул иғтибарға лайыҡ, эшҡыуарлыҡҡа баҫым яһау иҡтисадты һауыҡтырыуҙың бер ысулы икәнен аңлап, уй-ниәттәр бойомға ашырыла. Мәғлүм булыуынса, беҙ – башлыса аграр биләмә. Шуның өсөн иң беренсе ауыл хужалығына йөҙ бороу зарур. Үҫемлекселеккә килгәндә, яңы технологияларҙы индереү, уңышҡа көслө тәьҫир иткән мелиорацияны әүҙем ҡулланыу үҙен аҡлаясаҡ, сәсеү әйләнешен боҙмау отошло, тигән фекерҙе яҡлайбыҙ.
Ит һәм һөт етештереү – ауыл хужалығының төп тармаҡтары. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә етерлек: сәсеүлек майҙансыҡтары йәйелеп ята, мал аҙығын етерлек әҙерләргә мөмкин.
– “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” эшҡыуарҙарҙың уй-пландарын тормошҡа ашырыуға тиҙ булышлыҡ итә. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?
Юлай Ильясов:
– “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”, дөрөҫөн әйтәм, бик ҡыҙыу бара, бәхәсле үтә, унда тап сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелә лә инде. Миңә ҡалһа, ошо һөйләшеүҙә эшҡыуарҙар нығыраҡ асыла йәки үҙҙәренең уй-теләктәрен тәфсирләп аңлата. Пландарҙы тормошҡа ашырыу, ғөмүмән, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү йәһәтенән әлеге ултырыштың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Яңы Юл ауылы уңғаны маҡсаттары менән яҡындан таныштырҙы. Марс Саттаров малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә алдынғылыҡты бирмәй, күптән эшләй. Фермерҙың улдары менән бергәләшеп эшләүенә нисек шатланмаҫҡа! Алмаш үҫә, бындай ҙур хужалыҡ киләсәктә ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ. Марс Насир улы бер урында тапана торғандарҙан түгел. Киләсәктә эшмәкәрлеген киңәйтергә иҫәбе ҙур. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, ул заманса культиватор һатып алған. Эшҡыуар был көндө, бүтәндәрҙе тыңлауы менән бер рәттән, үҙенең төплө фекерҙәрен дә ишеттерҙе. Марс Саттаров кеүек сәмселдәр күберәк булған һайын ауылдарыбыҙҙа тормош та гөрләйәсәк.
– Һәр районда ла кешеләрҙе үҙенә тартып торған урындар була. Һеҙҙә Яҡут ауылында шифалы батҡаҡ бар, халыҡ телендә – Тоҙло күл. Ырымбурҙағы Тоҙ-Иләүҙән һис тә кәм түгел, тиҙәр. Кемдәр генә дауаланырға килмәй бында. Бынан тыш, бөгөн был ауылда спиртлы эсемлектәр бөтөнләй һатылмай, ул закон тарафынан да нығытылды. Халыҡ быны нисек ҡабул итте?
Юлай Ильясов:
– Һәр яҡлап ҡарағанда ла, Яҡут – үҙенсәлекле ауыл. Халҡы айырыуса тырыш һәм уңған. Ә инде спиртлы эсемлектәр һатмауҙы һәммәһе лә дәррәү хупланы. Ысынлап та, алкоголь һатыу закон нигеҙендә тыйылды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ошондай законды тарихта тәүге тапҡыр ҡабул итте.
Яҡут Ырымбур трассаһына яҡыныраҡ урынлашҡан. Унда 300 тирәһе кеше йәшәй. Ҡаҙлайырҙың Оло Юшатыр йылғаһына ҡойған урынында ята.
– Районда төҙөлөш нисек бара?
Юлай Ильясов:
– Быны белеү өсөн районды бер урау ҙа етә. Ете мең тирәһе кеше ғүмер иткән район үҙәге Ермолаевка күҙгә күренеп үҫә. Ауылдарҙа халыҡ йорттар төҙөй, йәштәрҙең ауылда төпләнеүе һөйөнөслө.
2022 йылдың тәүге кварталында 954,5 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү, төҙөлөш барышында уңайлыҡтар тыуҙырыу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән һанала. “Башҡортостандың ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы тураһында халыҡ араһында аңлатыу алып барабыҙ. Маҡсат – белһендәр һәм ошо программа менән иркен файҙаланһындар. Әйткәндәй, федераль программа беҙҙә уңышлы тормошҡа ашырыла. Торлаҡ төҙөр өсөн ғаиләләргә танытма тапшырылыуы – шуға асыҡ миҫал. Танытманың аҡсалата күләме – дүрт миллион һум. Бынан тыш “Рәсәй Федерацияһы граждандарына яҡшы һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тәьмин итеү” федераль дәүләт программаһының “Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр түләүҙә дәүләт ярҙамын күрһәтеү” ведомство маҡсатлы программаһына ярашлы ғаиләләргә торлаҡ сертификаты 1,4 миллион һум күләмендә бирелә.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте. Исемле йыл Көйөргәҙелә нисек бара?
Юлай Ильясов:
– Һөйләшеүҙе бына нимәнән башлар инем. Һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн төбәктә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Яҡташтарыбыҙ буш ваҡытын ҡайҙа уҙғара? Ошо турала ла онотмайбыҙ. Беҙҙәге биләмә-ара мәҙәни-ял үҙәге, район китапханалар системаһы, тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейы һәм башҡа ял учреждениелары – көйөргәҙеләрҙең яратҡан урыны. Тиҫтәнән ашыу милләт татыулыҡта ғүмер кисерә. Район кимәлендә ниндәй концерт үтә, бөтәһе лә уларҙың ҡатнашлығында ойошторола. Кемдер сәхнәгә сығып моңло йыр һуҙғанда күңелдән тарих төпкөлөнә сәфәр ҡылаһың, икенселәр күрһәткән театрлаштырылған тамаша уйландыра ла, әҫәрләндерә лә, бүтәндәр ҙә һәр саҡ сығыштары менән хайран итә.
Күптән түгел “Мәргән уҡсы” ойошмаһы беҙҙең районға килеп, халыҡ менән осрашты, дөрөҫөрәге, семинар ойошторҙо. “Мәргән уҡсының туғыҙ көньяҡ ырыуы” тигән проект башлағандар. Мәртәбәле сара Кинйәабыҙ ауылында Кинйә Арыҫлановтың музейында үтте. Шул иғтибарға лайыҡ, “Мәргән уҡсы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте Башҡортостан Башлығы грантын отто.
Кинйәабыҙ – бик үҙенсәлекле ауыл, ул батырҙары менән дан тота. Улар тәүгеләрҙән булып ватаныбыҙҙы яҡларға ашыҡҡан. Бөйөк Ватан һуғышында өс яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.
Ҡыҙыҡ, ул көндө өс Юлай – “Мәргән уҡсы”ның етәксеһе Юлай Ғәлиуллин, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов һәм мин – осраштыҡ, аҙаштарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
– Йәшерен-батырын түгел, ауылда эш булмағанлыҡтан, ирҙәр оҙон аҡса артынан сит тарафтарға ағылыуын дауам итә. Ә бына ҡайҙалыр сыҡмайынса ла бәхетен үҙ ерендә табыусылар, әлбиттә, һоҡландыра. Улар эшҡыуарлыҡҡа тотона, бүтән төрлө кәрәкле һәм файҙалы шөғөл таба. Юлай Талха улы, был тәңгәлдә һеҙҙә үҙгәрештәр бармы?
Юлай Ильясов:
– Төбәктә иҡтисадты ауыл хужалығы һәм сауҙа тармаҡтарынан тыш күҙ алдына килтереү һис тә мөмкин түгел, ундағы кесе һәм урта предприятиелар табышлы эшләй. Бынан тыш, бүтән эшҡыуарҙар халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтә, тауар етештерә һәм йорттар төҙөй. Ә инде уларҙың иң күбе ҙур ауылдарҙа тупланыуы аңлашыла.
Үҙ эшен асырға теләк белдергән кешене һәр саҡ ҡуш ҡуллап ҡабул итәбеҙ, белгестәр төрлө файҙалы кәңәштәр бирә, ул кеше бер урында тапанмаһын йәки уйынан кире ҡайтмаһын өсөн төрлөсә хәстәрлек күрелә. Йүнселдәр күп булған һайын, районға ла отошло бит. Күптәр ошо эшҡыуарҙарҙа үҙҙәренә эш урыны тапҡан, үҙ сиратында, социаль йәһәттән дә яҡланған.
– Баланы уҡытыуҙы юҡҡа ғына йорт төҙөү менән сағыштырмайҙар, өйҙөң нигеҙе ни тиклем ныҡлы булһа, ул хужаһына шул тиклем оҙаҡ хеҙмәт итә. Шуның шикелле, балаға бәләкәйҙән белемде мөмкин тиклем күберәк һәм төплөрәк бирергә кәрәк...
Юлай Ильясов:
– Райондағы белем усаҡтарының барыһы ла бурысын теүәл башҡара. Әле белем биреү учреждениеларында яңы уҡыу йылына әҙерлек бара. Малай һәм ҡыҙҙар заман менән бергә атлаһын өсөн, һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – һәләтле балалар менән тығыҙ эшләү. Ул нимәнән ғибәрәт? Балаларҙы олимпиадаларға мөмкин тиклем йышыраҡ йөрөтөү яғындабыҙ. Ә инде уларҙың төрлө йүнәлештәге олимпидала ҡатнашып еңеүҙәр яулауы хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ.
– Төбәктә спортҡа булған ҡараш тураһында ла белге килә.
Юлай Ильясов:
– Бәләкәйҙән малайҙарҙы рухлы итеп тәрбиәләү – төп маҡсатыбыҙ. Шулай уҡ хоккей, волейбол, баскетбол, футбол уйындарына ла ваҡыт күп бүленә. Район буйынса алып ҡарағанда, спорт объекттары күп кенә, һәр кем үҙенә күңеленә ятҡанын һайлай ала.
– Киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттар билдәләгәнһегеҙ?
Юлай Ильясов:
– Сәләмәт тормошҡа, матур киләсәккә әйҙәгән Яҡут һәм Яҡшембәт шикелле ауылдар күберәк булһын өсөн тырышабыҙ. Уларҙың ыңғай эш тәжрибәһен мөмкин тиклем киңерәк таратыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Республикабыҙ буйынса айыҡ туйҙар шаулап-гөрләп уҙа, беҙҙә лә ошондай туй тантаналары йышыраҡ үтһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырабыҙ. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ Юрий Шатуновтың яҡты иҫтәлегенә Шот ял паркында хәтер концерты үткәрелде. Таң менән дискотеканан һуң парктың хәл-торошон тикшерергә китеп барғанда, яңы ғына өйләнешкән йәш пар – Марсель менән Алинаны осраттым. Ғаилә ҡороусылар күберәк булһын. Ғаилә ҡороу, тимәк, сабыйҙар күберәк тыуасаҡ тигән һүҙ. Ысынлап та, көнкүрештә йәш ғаиләләргә һәр йәһәттән дә ярҙам итәбеҙ.
Ғөмүмән, үҙ эшен асырға теләгәндәргә булышлыҡ итеү, эшҡыуарҙарҙы ла, фермерҙарҙы ла ярҙамдан өҙмәү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Район мәғарифы үҫеш юлында, ҡыҙҙар һәм малайҙар республика ғына түгел, ә илебеҙ кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Уҡыусы балаларҙы федераль кимәлдә йышыраҡ күрге килә. Спорт буйынса ла маҡтана алабыҙ. Ике ҡала һәм өс район кимәлендә еңел атлетика буйынса зона ярышында Көйөргәҙе районының инвалидтар ойошмаһы командаһы яҡшы сығыш яһаны, ә Илдус Төхвәтуллин беренсе урынды алды. Улар – районыбыҙҙың ғорурлығы.
– Гәзит тураһында, уны уҡыусыларға нимә әйтер инегеҙ?
Юлай Ильясов:
– Заман башҡа – заң башҡа, тибеҙ. Хәҙер интернетты асыу менән шунда уҡ теләгән яңылыҡты табырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта китап уҡыусылар ҙа, гәзит алдырыусылар ҙа бар, барыһына ла хөрмәтем ҙур. Булған бит шундай осор, “Башҡортостан” республика гәзитенең тиражы 100 меңдән ашҡан, баҫма аҙнаһына алты тапҡыр сыҡҡан. Белеүемсә, гәзит-журналдар араһында, тиражды арттырыу йәһәтенән, үҙ-ара ярыш бара. Минеңсә, тиражды йөкмәтке билдәләй, гәзитте күберәк алдырһындар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәҡәләләр баҫтырырға кәрәктер.
Һүҙемде бер эшҡыуарҙың һүҙҙәре менән тамамлағы килә. “Ҡасандыр колхозда водитель булғанымды, унан бигерәк көнө буйы егелеп йөрөп эшләп тә, бер тин алмай ваҡыт уҙғарғанымды иҫләһәм, көлкө лә килә, үкендерә лә, – тине ул. – Ғаиләне ҡарарға кәрәк, балалар үҫеп килә, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу зарур. Башта иген сәсмәксе иттем, ҡулдан килә. Тир түгеп үҫтергән бойҙайҙы устарыңа алыу, хеҙмәтеңдең емешен күреү – ниндәй кинәнес! Ҡыҫҡаһы, быларҙың барыһы ла мине дәртләндерҙе. Ҡуртымға алған еремә бойҙай, арпа сәсәм.
Минеңсә, эшҡыуарлыҡҡа тотонғанһың икән, үҙеңде төрлө өлкәлә һынап ҡарарға тейешһең. Малсылыҡҡа йүнәлеш алыуым юҡҡа түгел. Әлбиттә, бер нәмә лә еңел бирелмәй, әммә ҡыйынлыҡтар сыныҡтыра, һәр йәһәттән дә эшкә өйрәтә”.
Ҡаршылыҡтарға һәм кәртәләргә ҡаршы тороп өйрәнәйек, кем әйтмешләй, әсе тир түгеп табылған ризыҡ тәмле була.
– Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Юлай Талха улы!
Көйөргәҙе районы.
Илдар АҠЪЮЛОВ