

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын ҡотланы.
“Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө. Рәсәй триколоры – илебеҙҙең ҡеүәте һәм бөйөклөгө символы. Уның быуаттар дауамында татыу һәм берҙәм йәшәгән, Ватанды хөрмәт иткән һәм яҡлаған халыҡтарының берҙәмлек символы.
Рәсәй көслө баҫым аҫтында. Әммә бирешмәйәсәкбеҙ, беҙ – көслө һәм беҙҙе Тыуған илгә эскерһеҙ һөйөү берләштерә. Бөтәгеҙҙе лә байрам менән!” – тип тәбрикләне республика Башлығы.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/radiyhabirov.