

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһенә бәйле пост ҡалдырҙы.
“Ҡағиҙә булараҡ, хоҡуҡ боҙоу йәки енәйәт эшләү һәр ваҡыт тиҙ һәм еңел башҡарыла, сөнки хоҡуҡ боҙоусы бер нимә менән дә сикләнмәгән. Ул билдәләнгән нормалар, ҡағиҙәләр һәм закондар сигенә сыға һәм нисек теләй, шулай эш итә. Ә бына хоҡуҡ боҙоуҙы асыҡлау, теркәү һәм уның буйынса процессуаль ҡарар ҡабул итеү һәр ваҡыт күп хеҙмәт талап итә, ваҡытты ала, сөнки үҙ регламенты һәм закондары бар.
Беҙ планға ярашлы Баймаҡ районында ер менән файҙаланыу тармағында тәртип булдырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн “Яҙ” (“Весна”) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Бында республика буйынса Эске эштәр министрлығына һәм Тәфтиш комитеты идаралығына рәхмәт әйтке килә.
Бынан тыш, алдараҡ яҙыуымса, хоҡуҡ боҙоусылар буйынса барлыҡ документтарҙы Рәсәйҙең ер аҫтын файҙаланыу буйынса Федераль агентлығының үҙәк аппаратына тапшырҙым. Киләһе ултырыштарҙа ҙур етешһеҙлектәр менән Күсәй ауыл советы биләмәһендә эшләгән компанияларҙың лицензияһын тартып алыу буйынса мәсьәлә ҡараласаҡ. Енәйәт эше һәм лицензияһын тартып алыу – икеһе ике үҙаллы процесс.
Ер аҫтын файҙаланыу тармағы проблемаларын хәл итеүҙә федераль һәм төбәк властарының әүҙемлегенә ҡарамай, ҡайһы бер эшмәкәрҙәр беҙҙең эшмәкәрлек менән спекулировать итергә тырыша, мәғлүмәттән контексттар йолҡоп ала һәм асыҡтан-асыҡ провокация менән шөғөллөнә. Улар өсөн махсус аңлатам, һибелмә алтын сығарыуға мораторий мәсьәләһе әле әҙерләнә. Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров менән “Роснедр” етәксеһе Е. Петрова осрашҡан саҡта был тәҡдим проблеманы радикаль хәл итеү инструменты булараҡ тәүге тапҡыр яңғырағайны. Теге йәки был төрҙә был ҡарар тормошҡа ашырыласаҡ. Рәсәй дәүләт идаралығы практикаһында ла ул тәүге тапҡыр буласаҡ, элек һибелмә алтынға мораторий индереү булманы. Әлеге процесс ойоштороу-хоҡуҡи ҡарарҙарҙы әҙерләү өсөн бер ни тиклем ваҡытты аласаҡ.
Лицензияларҙы тартып алыу һәм енәйәт эштәре законлылыҡ һәм экологияны һаҡлау кеүек төп ҡиммәттәргә иғтибар итмәгән ер аҫтын файҙаланыусыларҙы айнытып ебәрер тип ышанам", - тип яҙҙы ул.