Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Августа 2022, 06:00

Табип Мәскәүҙә лә, Ишембайҙа ла бер төрлө эш хаҡы алырға тейеш...

Һәм бәләкәй фатирҙар төҙөргә ярамай, был балаларға зыян итә. Ә ниңә икәнен сайтта уҡығыҙ. 

Табип Мәскәүҙә лә, Ишембайҙа ла бер төрлө эш хаҡы алырға тейеш...Табип Мәскәүҙә лә, Ишембайҙа ла бер төрлө эш хаҡы алырға тейеш...
Табип Мәскәүҙә лә, Ишембайҙа ла бер төрлө эш хаҡы алырға тейеш...

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет рәйесе Валерий Фадеев Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзалары һәм Башҡортостандың Йәмәғәт паталаһы әүҙемселәре менән осрашты.  

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм публицист Шамил Вәлиев билдәләүенсә, республикала һуңғы йылдарҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмалар әүҙем эшләй, улар төрлө грант программаларында ҡатнаша.

– Ошо ваҡытта яҡшы эштәр күп эшләнде, граждандар йәмғиәте берҙәм булды һәм пандемия ваҡытында медицина хеҙмәткәрҙәренә, пенсионерҙарға, социаль йәһәттән яҡланмаған кешеләргә ярҙам итеп, үҙенең өлгөргәнлеген күрһәтте. Бөгөн илебеҙ тупланыу һәм ышаныс тағы ла көслөрәк талап ителгән хәлдә, – тип билдәләне Шамил Вәлиев.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина ла Рәсәйҙең ауыр хәлдә булыуы тураһындағы фекер менән килешеүен белдерҙе.

– Көнбайыш илдәренең сикләүҙәр менән баҫым яһауҙарына ҡарамаҫтан, илебеҙҙә тотороҡлоҡ һәм алға үҫеш булһын өсөн беҙҙең бөтәбеҙгә лә бөгөн төп ыңғай кешелек сифаттарыбыҙҙы күрһәтеү мөһим, – тине ул.

Валерий Фадеев әйтеүенсә, Рәсәй һәр саҡ ауыр ваҡыттар кисерә, Советтар Союзы тарҡалыуын кисереүе булһынмы йәки 90-сы йылдарҙағы иҡтисади көрсөккә терәлгән, халыҡтың килеме түбән кимәлгә төшкән ауыр заман булһынмы...

– Граждандар йәмғиәте даими үҙгәреп тора, төрлө ваҡытта төрлө ҡараштар өҫтөнлөк итә, әммә барлыҡ өлкәләрҙә лә граждандар хоҡуғын күҙәтеү мөһим. Беҙ бөтәбеҙ ҙә аңлайбыҙ, әле Украинаны ҡорал менән тәьмин иткән, тарихта булмаған иҡтисади сикләүҙәр индергән Көнбайыштың көслө илдәре Рәсәйгә ҡаршы көрәшә. Шуны билдәләү мөһим, Рәсәй көнбайыш киң мәғлүмәт саралары яҙған кеүек, ҡамауҙа ҡалмаған. Беҙгә ҡаршы санкциялар индергән илдәрҙә яҡынса бер миллиард кеше иҫәпләнә, ә беҙҙең эшмәкәрлекте асыҡ йәки йәшерен хуплаған илдәрҙә Ер шарының ете миллиард кешеһе йәшәй. Бына ошо ғәмәлдәге хәл торошо. Рәсәй уларға буласаҡ донъяны, үҫеш идеологияһын тәҡдим итергә тейеш, – тине ул.

Осрашыу барышында медицина тармағын борсоған мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалманы. Валерий Фадеев фекеренсә, илдә табиптарҙың эш хаҡы бер төрлө булырға тейеш, медицина хеҙмәткәрҙәренә тариф сеткаһы уларҙың ауылдарҙан – ҡалаға, ә ҡалаларҙан мегаполистарға ағымын кәметә ала.

– Табип Мәскәүҙә лә, Өфөлә йәки Ишембайҙа ла бер төрлө эш хаҡын алырға тейеш, тип иҫәпләйем. Төбәктәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәренең кадрҙар мәсьәләһен дә хәл итеү мөһим, шул иҫәптән бушлай торлаҡ менән тәьмин итеп. Хәл иткес аҙымдар кәрәк. Кеше хоҡуҡтары буйынса совет был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡушылырға әҙер, бының өсөн һеҙҙең тәҡдимдәр көтәбеҙ. Медицина хеҙмәткәренә эштәре ҡәнәғәтлек килтерергә тейеш, – тине Валерий Фадеев.

Осрашыу барышында Шамил Вәлиев ҙур ҡалаларҙа 20–30 ҡатлы һәм бәләкәй фатирлы йорттар төҙөүҙе туҡтатыу фекерен әйтте. Уның белдереүенсә, төҙөүселәргә яңғыҙ һәм бала табырға бик үк теләп бармаған кешеләргә йоҡлап сығыу урыны кеүек бәләкәй майҙанлы йорттар төҙөү уңайлы. Төҙөүселәрҙә яҡшы торлаҡ төҙөүгә теләк уятыу һәм был баҙарҙы көйләү кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындыра уны.

“Был - социаль һәм демография сәйәсәте, ғаиләләрҙең йәшәү һәм бала табыуға шарттары булырға тейеш. Ҡала төҙөү һәм торлаҡ сәйәсәте демографияға бәйле булырға тейеш. Бәләкәй фатирҙарҙа балалар күп тыуа алмай, унда улар һыймаясаҡ”, – тип Валерий Фадеев был хәлдең ҙур мәсьәлә булыуын таныны.

Фото: Башинформ.

Табип Мәскәүҙә лә, Ишембайҙа ла бер төрлө эш хаҡы алырға тейеш...
Табип Мәскәүҙә лә, Ишембайҙа ла бер төрлө эш хаҡы алырға тейеш...
Табип Мәскәүҙә лә, Ишембайҙа ла бер төрлө эш хаҡы алырға тейеш...
Табип Мәскәүҙә лә, Ишембайҙа ла бер төрлө эш хаҡы алырға тейеш...
Табип Мәскәүҙә лә, Ишембайҙа ла бер төрлө эш хаҡы алырға тейеш...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас