

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты советнигы, ил Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Валерий Фадеев менән осрашты.
Яҡтар төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләрен, шулай уҡ сәйәси репрессиялар ҡорбандарының хәтерен мәңгеләштереү буйынса дәүләт сәйәсәте өлкәһендә эшмәкәрлекте көйләүсе ведомство-ара эш төркөмөнөң күсмә ултырышы йомғаҡтарын тикшерҙе. Ул 25-26 августа Башҡортостанда үтте. Сарала ҡатнашыусылар Торатау итәгендә ГУЛАГ лагеры урынында булды, Өфөлә сәйәси репрессиялар ҡорбандары һәйкәленә сәскәләр һалды, республика Милли архивының тематик экспозицияһын ҡараны.
– Берлектәге эшебеҙ илдә сәләмәт патриотик мөхит булдырыуға йүнәлтелгән булыуы менән мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Халыҡ сәйәси репрессияларҙа зыян күргән туғандарының яҙмышы тураһында белһен өсөн Рәсәйҙә дәүләт архивтары асыла. Башҡортостан, Советтар Союзы кеүек үк, был ҡатмарлы хәлде ситтә ҡалдырманы. Беҙ репрессияланған яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштерәбеҙ һәм уларҙың исемдәрен белем биреү йорттарына бирәбеҙ. Өфөлә кире ҡайтарылған исемдәр музейын асырға ниәтләйбеҙ. Экспозицияларҙың береһен күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа бағышлаясаҡбыҙ. Музейҙы уның кесе ватанында астылар ҙа инде. Башҡорт совет республикаһы етәкселәренең, уның хәрби начальниктарының, ғалимдарының һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең исемдәрен кире ҡайтарыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Иң мөһиме - бындай хәлдең бер ҡасан да ҡабатланмауы.
Валерий Фадеев төбәк сәйәсәтенең төп темалары, ил ҡануниәтенә үҙгәрештәр тәҡдим итеү буйынса дискуссия уҙғарыу өсөн Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың мөмкинлектәрен файҙаланырға тәҡдим итте.
– Кисә беҙ Башҡортостандан хеҙмәттәштәребеҙ менән берлектәге эшмәкәрлек перспективаларын тикшерҙек, - тине Валерий Фадеев. - Бөтә төбәктәрҙә лә кешеләр һәйбәт йәшәһен, эш урындары булһын, ауылдар, ҡалалар үҫешһен өсөн беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ бар. Сәйәси репрессиялар ҡорбандарының хәтерен мәңгеләштереүгә килгәндә, ҡәберлектәрҙе эҙләү һәм ҡәберлектәрҙе тәрбиәләү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Шулай уҡ йәш быуын тәүге сығанаҡтарҙан тарихи дөрөҫлөктө белһен өсөн архивтар асыу мөһим.
Башҡортостан Башлығы уңышлы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу һәм башҡа төбәктәрҙән хоҡуҡ һаҡлаусылар менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Өфөлә кеше хоҡуҡтары буйынса төбәк советтары етәкселәре өсөн стратегик сессия уҙғарырға тәҡдим итте.
Аҙаҡ Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙә лә яҙып сыҡты.
“Беҙ ҙур тикшеренеү һәм аң-белем таратыу эше алып барабыҙ, сәйәси репрессиялар ҡорбандарының хәтерен мәңгеләштерәбеҙ, архивтарға инеү мөмкинлеген бирәбеҙ, республика халҡына онотолған исемдәрҙе ҡайтарабыҙ.
Башҡортостанда музейҙар, һәйкәлдәр, мемориаль таҡталар, фильмдар барлыҡҡа килә. Бында граждандар, халыҡ башланғыстары мөһим роль уйнай. Кешеләрҙең хәтерендә – тәрән яра, һәм уны бик ипле дауаларға кәрәк.
Өфөлә кире ҡайтарылған исемдәр музейын асырға планлаштырабыҙ, экспозицияларҙың береһе совет дипломаты, данлыҡлы Ҡыҙыл паша Кәрим Хәкимовҡа арналған. Ул йәш Советтар Союзы һәм Ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырырға ярҙам итә. Әммә репрессиялана һәм 1938 йылда атыла”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.