

Республикабыҙҙа быйыл 11 майҙан дөйөм һәм һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыу аҙнаһы дөйөм линейкаларҙа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт флагтарын күтәреү, гимндарын башҡарыуҙан башлана.
Белем көнөндә лә был изге йоланы дауам иттеләр.
"Быйылдан барлыҡ мәктәптәрҙә, колледждарҙа аҙна Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт флагтарын күтәреүҙән, гимндарын башҡарыуҙан башланасаҡ. Был тәжрибәне майҙан уҡ индерҙек. Флагты күтәреү хоҡуғы уҡыуҙа, фәндә, спортта, ижадта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, лайыҡлы эштәр атҡарған уҡыусыларға биреләсәк", – тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов яңы уҡыу йылынан һәр мәктәптә уҡыу аҙнаһы башланғанда илдең дәүләт гимны яңғыраясағы, дәүләт флагы күтәреләсәге хаҡында белдерҙе. Был тәҡдимде Президент Владимир Путин да хупланы.
Белем көнөндә Межгорье ҡалаһының 3-сө мәктәбендә флаг күтәреү хоҡуғы XI "А" класы уҡыусылары Тимур Бек менән Владимир Макаровҡа бирелде. Үҫмерҙәр икеһе лә яҡшы билдәләргә өлгәшә, Республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге һәм “Йөрәктәр дәрте” йәштәр ойошмаһы, “Юнармия” төбәк бүлексәһе ағзалары булып тора. “Беҙ ғүмерҙе һайлайбыҙ”, “Хәтер вахтаһы”, “Ярҙам ҡулы”, “Һалдаттарға бүләк”, “Ленинград блокадаһы” кеүек акцияларҙа, илһөйәрлеккә, гражданлыҡ бурысы темаһына бағышланған класс, мәктәп, ҡала сараларында әүҙем ҡатнаша. Августа Нараташ тауындағы янғынды һүндереүгә булышлыҡ иткәндәр, Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгәндәр.
Егеттәр, дәүләт флагын күтәреү хоҡуғын биреү - оло хөрмәт билдәһе сағылышы, тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Фото: vk.com/glavbash.