

“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашлығында Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә бағышланған “Яңы геосәйәсәт ҡуйған шарттарҙа экстремизмға һәм терроризмға ҡаршы тороу” темаһына "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Сара 2004 йылдың 1–3 сентябрендә Бесланда булған фажиғәле көндәр иҫтәләгенә йыл да ойошторола.
Сара башланыр алдынан унда ҡатнашыусылар, студенттар Башҡорт дәүләт университеты майҙансығында Беслан һәм илдәге башҡа террористик ваҡиғалар ҡорбандары иҫтәлегенә бағышланған акция ойошторҙо. Оригами техникаһында эшләнгән аҡ күгәрсендәр Рәсәй картаһына “ебәрелде”. Тыныслыҡ һәм изгелек ҡоштары шунда уҡ барлыҡ картаны тултырҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙа бындай фажиғәләр башҡаса донъяла ҡабатланмаҫ тигән өмөт уятты. Һуңынан бөтәһе лә конгресс-холға юлланды.
Ултырыш башында террористик акттар ҡорбандарын бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. "Түңәрәк өҫтәл"дә ғилми-эксперт йәмәғәтселеге, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты. Улар Украиналағы махсус хәрби операция уҙғарған саҡта эктремизмдың һәм терроризмдың барлыҡҡа килеүенә, таралыуына булышлыҡ итеүсе яңы хәүеф һәм факторҙар тупланмаһына бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Азат Бадранов билдәләүенсә, экстремизм һәм терроризм сағылыштарына ҡаршы көрәш илебеҙҙең күп конфессиялы һәм төрлө милләтле төбәктәре өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Уның һүҙҙәренсә, геосәйәт саҡырыуҙары һәм илебеҙҙең Көнбайышҡа ҡаршы торған мәлендә был һорауҙарҙың көнүҙәклеге тағы ла арта.
– Хәүефһеҙлеккә һәм ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡҡа алдағы саҡырыуҙар Башҡортостандың 2018 йылдан ғәмәлгә ашырған дәүләт сәйәсәтенең дөрөҫлөгөн раҫлай. Мәҫәлән, 2019 йылда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Радий Хәбиров радикаль ойошмалар ҡотҡоһона яуап итеп: “Шовинизм таратҡан һәм расизмға ынтылған кешеләр менән беҙ юлдаш түгел. Унан да бигерәк, үҙебеҙҙең вәкәләттәр сиктәрендә бындай күренештәр һәм ундай кешеләр менән яуһыҙ буласаҡмын”, – тип белдерҙе. Шул саҡтан бер тапҡыр ҙа был күрһәтмәнән сигенмәнек, – тине Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары.
Азат Бадранов һүҙҙәренсә, структураға ҡаршы булған күренештәргә юл ҡуймау милләтселәр менән барлыҡ бәйләнештәрҙе сикләү, шул уҡ ваҡытта мәғариф, мәҙәниәт, тарих өлкәһендәге конструктив этномәҙәниәтле проекттарҙы хуплауға һәм берләштереүгә йүнәлтелгән идеология эшен үткәреү принцибында төҙөлә.
– Миңлеғәле Шайморатов, билдәле кешеләрҙең һәм республика тарихындағы ваҡиғалар мираҫын мәңгеләштерәбеҙ, шайморатовсылар кластарын булдырҙыҡ, патриотик туплау менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Шулай итеп, беҙ һайлаған эске сәйәсәт стратегияһы үҙенең һөҙөмтәлелеген һәм эшебеҙҙең дөрөҫ йүнәлештә булыуын күрһәтте. Башҡортостан Украиналағы махсус хәрби операцияға һәм Рәсәйҙең коллектив Көнбайышҡа ҡаршы тороуының киҫкен ваҡытына идеологик яҡтан әҙерләнде, тип әйтергә була, – тине Азат Бадранов.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте.