Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Сентябрь 2022, 16:00

Иғтибар: эҙләү!

Арағыҙҙа был әҙәмде күргәндәр юҡмы?

Иғтибар: эҙләү!Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, тәртип һаҡсылары енәйәт штрафын түләмәгән өсөн Ғиззәтуллин Рифат Ринат улын эҙләй.

Әле уға ҡарата 550 мең һумлыҡ штрафты түләтеү буйынса башҡарыу эше асылған. Бурыслының барлыҡ иҫәптәре күҙәтеүгә алынған, уның сит илгә сығыу хоҡуғы, мөлкәтте теркәү ғәмәлдәре сикләнгән. Суд приставтары хеҙмәтенән оҙаҡ ваҡыт ҡасып йөрөгәнгә күрә, уны эҙләү иғлан ителгән.

Рифат Ғиззәтуллиндың Өфө ҡалаһында булыуы, аҡ төҫтәге Кia Sorento автомобилендә йөрөүе ихтимал. Был кеше тураһында белгән-күргәндәрҙе Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы дежур бүлеккә хәбәр итеүҙе һорайҙар. Телефондар: 8 (927)-95-95-499, 8 (347) 273-56-40.

Фото: Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас