Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь 2022, 16:30

“Берҙәм Рәсәй” халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы хуплай

Сәйәси советта Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Республикала махсус хәрби операция геройҙарына халыҡтар дуҫлығы идеяһын сағылдырған һәйкәл асыу тәҡдимен индерҙе.

“Берҙәм Рәсәй” халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы хуплай“Берҙәм Рәсәй” халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы хуплай
“Берҙәм Рәсәй” халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы хуплай

14 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров партияның респубика сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Көн тәртибендә партияның төбәк бүлексәһенең пландары һәм 2023-2024 йылдарҙағы һайлау кампанияһына әҙерлек буйынса мөһим бурыстар ҡаралды. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция батырҙарына республикала һәйкәл булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Сәйәси совет ағзаһы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, “Берҙәм Рәсәй”ҙең сәйәси совет ағзалары халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы хуплай, ҡаһарманлыҡ тураһындағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай.  

– Сәйәси советта Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Республикала махсус хәрби операция геройҙарына халыҡтар дуҫлығы идеяһын сағылдырған һәйкәл асыу тәҡдимен индерҙе. “Берҙәм Рәсәй”ҙең киңәйтелгән ултырышында махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыу осраҡлы ғына тикшерелмәне, сөнки беҙҙең сәйәси совет ағзалары халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы хуплай, ҡаһарманлыҡ тураһындағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Шәхсән үҙем, Ҡораллы локаль низағтарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандарҙы социаль-психологик реабилитациялау республика хеҙмәтен етәкләгән кеше булараҡ, был эштең мөһим икәнен аңлайым. Ҡаһарман яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн дә, йәштәребеҙҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләгәндә лә был бик кәрәк. Беҙ ул осорҙа Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған Башҡортостан егеттәренең фотоларын һәм биографиялары тураһындағы мәғлүмәтте туплаған ике "Хәтер китабы"н нәшер иттек. Бөгөн дә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең яҙмыштары тураһында ошо йүнәлештәге эште башҡарырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Батырҙарыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлекте мәңгеләштереү – изге бурыс, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның шәхси архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас