Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентября 2022, 14:25

Хоҡуҡи белем тик файҙаға

“Йылға таңдары” ваҡытлыса урынлашыу пунктында хоҡуҡи белем биреү семинары үтте.

Хоҡуҡи белем тик файҙағаХоҡуҡи белем тик файҙаға
Хоҡуҡи белем тик файҙаға

Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе республикабыҙға Донбастан мәжбүри күсеп килеүселәргә хоҡуҡи белем биреү семинарҙарын уҙғарыуҙы дауам итә. Был юлы 50 кеше улар менән осрашыуға йыйылды.

- Юридик ярҙам күрһәтеү Рәсәй юристары ассоциацияһының мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Хоҡуҡи консультациялар үткәргәндән һуң бының кәрәклеген аңлап әлеге проектты әҙерләнек, сөнки улар йыш ҡына хоҡуҡи белем нигеҙе булғанда үҙҙәре хәл итерҙәй проблемалар менән осраша. Беҙҙең семинарҙарҙан һуң уларға мәсьәләләрҙе хәл итеү еңелләшер, тип ышанабыҙ. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алыуға ғариза биргәндәр илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы граждандары була ала, - тип билдәләне башҡарма директор - Рәсәй юристар ассоиацияһының Башҡортостан бүлексәһе аппараты етәксеһе Екатерина Смоленчук.

Сара барышында юристар барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла яуап бирҙе. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәр Рәсәй юристар ассоциацияһы вәкилдәренә был проект өсөн рәхмәт белдерҙе.  

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас