

Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү кѳнѳндә, 11 сентябрҙә, 22 муниципаль районда, ѳс ҡала округында тѳп һәм ѳҫтәмә һайлау үтте - урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдары депутаттарын һайланылар. 61 депутат мандатына теркәлгән 216 кандидат дәғүә итте.
Һайлауҙа 90 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыу мѳмкинлеге булды. Исемлектәге һайлаусыларҙың 39,26 проценты, йәғни 35 мең самаһы үҙенең тауыш биреү мѳмкинлеге менән файҙаланды.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, иң күп мандатты “Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаттары алған - 53, йәғни 86,89 процент. Икенсе урында ЛДПР килә - бер мандат. Үҙен үҙе тәҡдим иткән кандидаттар ѳсѳн һайлаусыларҙың 11,48 проценты тауыш биргән - ете мандат. Һайлауҙа ҡатнашҡан ҡалған ѳс партия - КПРФ, "Справедливая Россия-Патриоты-За правду", "Новые люди" тейешле тауыш йыя алмаған.
Һайлау барышын кандидаттар, сәйәси партиялар һәм йәмәғәт контроле субъекттары тәҡдим иткән 364 күҙәтеүсе, киң мәғлүмәт сараларынан 31 вәкил күҙәтте.
Фото: cikrb.ru