Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Сентябрь , 21:30

Ҡунаҡтарҙан - юғары баһа

Башҡортостан Башлығы Бахрейн короллеге делегацияһы менән осрашты.

Ҡунаҡтарҙан - юғары баһа
Ҡунаҡтарҙан - юғары баһа

22 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ислам эштәре буйынса юғары совет президенты Абдулрахман бин Мөхәммәд Әл-Хәлифә етәкселегендәге Бахрейн короллеге делегацияһы менән осрашты. Улар сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәр үҫеше мәсьәләләре хаҡында һөйләште.

Республикала Ислам эштәре буйынса юғары совет президенты халҡыбыҙҙың Исламды ҡабул итеүенә 1100 тулыуға һәм Рәсәй Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй Ислам университетының яңы корпустарын асыуға арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

- Миңә сираттағы тапҡыр Башҡортостанда булыу, шәхсән Һеҙҙең менән һәм мосолман ҡәрҙәштәр менән осрашыу насип итте. Килгән һайын республиканың яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрәбеҙ. Бында Һеҙҙең шәхсән ҡатнашлығығыҙ күренә, - тине Абдулрахман бин Мөхәммәд Әл-Хәлифә. - Бахрейн короле илегеҙҙе бик хөрмәт итә, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән яҡшы мөнәсәбәт һаҡлай.

Башҡортостан Башлығы республикала конфессия-ара килешеп йәшәүгә, традицион Ислам үҫешенә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в