Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Сентябрь 2022, 14:30

Башҡортостанда ла тауыш биреп буласаҡ

ЛХР, ДХР, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә йәшәүселәр Башҡортостанда референдумда тауыш бирә ала.

Башҡортостанда ла тауыш биреп буласаҡ
Башҡортостанда ла тауыш биреп буласаҡ

2022 йылдың 27 сентябрендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәһендә ошо төбәктәрҙең Рәсәй Федерацияһы составына инеү мәсьәләһе буйынса референдумдар уҙғарыла.

Башҡортостанда мәжбүри күскенселәр өсөн һайлау участкалары ойошторолған, унда улар Рәсәй составына инеүгә бәйле үҙ фекерен белдерә аласаҡ. Уларға бында референдумдарҙың участка һайлау комиссиялары ярҙам итәсәк.

Шулай итеп, Башҡортостанда тауыш биреү киләһе көндәрҙә үтәсәк:

23-26 сентябрҙә – Башҡортостан Республикаһы буйынса тауыш биреү өсөн бинанан ситтә һайлаусылар төркөмө өсөн;

2022 йылдың 27 сентябрендә – тауыш биреү өсөн бинала, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында.

Референдумда ҡатнашыу өсөн паспорт йәки Рәсәйгә килгәнсе Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәһендә йәшәүҙәрен раҫлаған теләһә ниндәй документ кәрәк.

Референдумда ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса колл-үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин:

8-800-200-00-20 – бушлай күп каналлы телефон;

8-800-347-54-54 – Башҡортостан Республикаһында референдум буйынса сит ил һайлау комиссияларының “ҡыҙыу бәйләнеше”. Уның эш ваҡыты – иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында республика халҡына мөрәжәғәтендә Донбасс, Херсонщина һәм Запорожье туғандаш халыҡтарына Рәсәйгә ҡайтыу өсөн алдағы референдумдарҙа үҙ ихтыярын белдерергә ярҙам итеүҙең мөһимлеген билдәләне. Республика парламентарийҙары ла был фекерҙе хупланы

“Уларға Өфө, Стәрлетамаҡ участкаларында һәм Башҡортостандың башҡа район-ҡалаларында тауыш биреүҙә тулыһынса ярҙам күрһәтеләсәк”, – тиелә Башҡортостан парламенты депутаттары мөрәжәғәтендә.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: