Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Сентябрь 2022, 20:45

Мәжбүри күскенселәргә - бушлай нотариаль ярҙам

Илдә әле бындай мөмкинлектән 200 меңдән ашыу күскенсе файҙаланған.

Мәжбүри күскенселәргә - бушлай нотариаль ярҙам
Мәжбүри күскенселәргә - бушлай нотариаль ярҙам

2022 йылдың февраленән сентябренә тиклем Луганск, Донецк халыҡ республикаларынан һәм Украинанан килгән 200 мең мәжбүри күскенсе социаль әһәмиәтле нотариаль ярҙамды бушлай алды. Был сараны Федераль нотариаль палата ойошторҙо.

Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина билдәләүенсә, күскенселәр ваҡытлыса урынлашҡан пункттарҙа булған саҡта нотариус хеҙмәттәре буйынса һорауҙарҙы йыш бирә.

"Илебеҙҙә мәжбүри күскенселәргә ярҙам итеү өсөн барлыҡ саралар күрелә. Шул иҫәптән Федераль нотариаль палата Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгәндәрҙе нотариаль түләүҙәрҙән азат итеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Әле ошондай ярҙамдан 200 меңдән ашыу күскенсе файҙаланды. Был сара ағымдағы йылдың 1 ноябренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Әле, ихтыяж ҙур булыуға бәйле, бушлай нотариаль хеҙмәттәрҙе билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем оҙайтыу мәсьәләһе ҡарала", – ти парламентарий.

Мәғлүм булыуынса, әле республикала ваҡытлыса йәшәү урындарында бушлай хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү көндәре бара, унда министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе, Дәүләт юридик бюроһы юристары, нотариустар мәжбүри күсеп килгәндәргә ярҙам күрһәтә, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алыуға документтар әҙерләүҙә лә.

Фото: vk.com/aur_rb

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: