Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Сентябрь 2022, 19:15

Улар ҡарар менән риза түгел

Хөкөм ителгән ирҙәрҙең өсәүһен дә суд залында ҡулға алғандар.

Улар ҡарар менән риза түгел
Улар ҡарар менән риза түгел

Өфө ҡалаһының Совет районы судында ҙур күләмдәге мутлашыуҙар эше буйынса эшҡыуар Антон Орловҡа ҡарата хөкөм сығарылды. Уны алты йыл да алты айға иркенән мәхрүм иттеләр, был мөҙҙәтте дөйөм режимлы колонияла үткәрәсәк. Өҫтәүенә уға 250 мең һум штраф түләргә һәм 14 миллион һум күләмендә матди зыянды ҡайтарырға тура киләсәк.

– Ҡарар менән риза түгелбеҙ, бөтә пункттар буйынса ла апелляцияға бирәсәкбеҙ. Аҡлау ҡарарына өмөт итәм, – тип белдергән судта хөкөм ителеүсе.

Бынан тыш, уның әшнәләре – Костантин Соколов һәм Вячеслав Ғизәтуллин дүрт йыл да ун айға иркенән мәхрүм ителгән, улар ҙа был ваҡытты дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк, шулай уҡ 150 һәм 200 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.

Хөкөм ителгән ирҙәрҙең өсәүһен дә суд залында ҡулға алғандар.

Башҡортостан прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың июлендә эшҡыуар үҙенең ике әшнәһе менән “Гермес” йәмғиәте исееменән “Гайрат-82” йәмғиәтен ҙур күләмдә углеводородлы шыйығайтылған газ менән тәьмин итәбеҙ тип алдап, яғыулыҡ килтереүгә килешеү төҙөй. Бер эш тә башҡармайынса, 14,8 миллион һумды кеҫәләренә һалғандар. Бынан тыш, 2020 йылдың февралендә Орлов, “Нефть-Сервис” йәмғиәте директоры урынбаҫары булған сағында, “YUSUF BOBO FAYZ 260” йәмғиәтенә яғыулыҡ килтерәм тип, 11 миллион һум аҡса урлаған.

Әле суд ҡарары тулы көсөнә инмәгән.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: "Башинформ".

Улар ҡарар менән риза түгел
Улар ҡарар менән риза түгел
Улар ҡарар менән риза түгел
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: