Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Сентябрь 2022, 17:30

Башҡортостан Башлығы төп бурыстарҙы билдәләне

Ул яҡташтарҙың сифатлы әҙерлек үтеүе өсөн тырышлыҡ һаласағын белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы төп бурыстарҙы билдәләне
Башҡортостан Башлығы төп бурыстарҙы билдәләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда ҡала һәм район башлыҡтары, Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә – өлөшләтә мобилизацияны ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре.

Кәңәшмәлә шулай уҡ министрлыҡ һәм ведомстволар, хәрби комиссариаттар етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы алдағы төп бурыстарҙы билдәләне.

– Мобилизацияланған бөтә яҡташтарыбыҙға ҡарата беҙҙең төп принцип үҙгәрешһеҙ: ”Шайморатов тоҡомдары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай!” – тине етәксе. – Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә һәм хәрби комиссариатҡа резервистар әҙерләү майҙанында минең вәкилдәремде төбәк етәксеһе советнигы вазифаһында йәмәғәт башланғысында мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү өсөн тәғәйенләү мәсьәләһен эшләргә кәрәк. Улар хәлдең эске торошон белеп, миңә даими хәбәр итеп торасаҡ.

Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бындай ярҙамды мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләренә күрһәтеү кәрәклеген белдерҙе. Ул шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” етәкселегенә урындарҙа хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән аралашыуҙы ойошторорға ҡушты. Партия ирекмәндәре уларға хужалыҡта, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алыуҙа, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итә ала.

– Әгәр һеҙҙең туғандарығыҙға йәки таныштарығыҙға повестка килһә, миңә улар өсөн килеп, үтенеп йөрөмәгеҙ, – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына. – Законға ярашлы хәл итегеҙ.

Ул яҡташтарҙың сифатлы әҙерлек үтеүе өсөн тырышлыҡ һаласағын белдерҙе. Республика Хөкүмәте һәм муниципалитеттар башлыҡтары мобилизацияланған кешеләрҙе әҙерлек үҙәгенә илтеүҙе ойошторасаҡ. Етәксе бының өсөн автобус паркы әҙерләргә ҡушты. Автобустарҙа һыу һәм сифатлы паек булыуы мөһимлеген, автоколонналарҙың хәрәкәт итеү юлында туҡланыу пункттары ойоштороу кәрәклеген дә билдәләне.

– Беҙ егеттәрҙе кәрәкле бөтә нимә менән тәьмин итерлек һәм уларҙың ғаиләләренә булышырлыҡ хәлдәбеҙ. Бөтәгеҙҙе лә был эшкә яуаплы ҡарарға саҡырам, – тине Радий Хәбиров.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/158034.html

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: