Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Сентябрь 2022, 17:00

Биш кеше еңел байыу юлын тапҡан

Ошондай ысул менән енәйәтселәр төркөмө яҡынса 13 ялған авария ойошторған.

Биш кеше еңел байыу юлын тапҡан
Биш кеше еңел байыу юлын тапҡан

Полиция хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡта страховка иғәнәһен алыу өсөн авариялар ойошторған биш кешене ҡулға алған. Тәфтишселәр фаразы буйынса, бындай юл-транспорт ваҡиғаларын кеше булмаған урындарҙа “сәхнәләштергәндәр”. Бәрелешеүҙе схемала ҡатнашыусыларҙың береһе видеотеркәгесенә яҙҙырған, һуңынан ул ваҡиғаның “осраҡлы” шаһитына әйләнгән.

– Мәкерле әҙәмдәр страховкалаусы компанияларға мөрәжәғәт итеп, түләүҙәр алған. Аҡсаны был аварияны ойоштороусыға биргәндәр, ә алмашҡа иң осһоҙ косметик ремонт эшләткәндәр, шулай уҡ 5 – 15 мең һум күләмендә дәртләндереү аҡсаһы алғандар. Ошондай ысул менән яҡынса 13 ялған авария ойошторолған, һөҙөмтәлә страховка компанияларына ике миллион һумдан ашыу күләмдә зыян килтерелгән, – тип хәбәр итә Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк.

Тентеү барышында шик аҫтында булған кешеләрҙән һигеҙ автомобиль һәм документтар тартып алынған. РФ Енәйәт кодексының “Страховкалау өлкәһендә мутлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был кешеләргә ситкә сығыу тыйылған. Ваҡиғаға асыҡлыҡ индереү дауам итә.

Фото: “Республика Башкортостан” гәзите сайтынан алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: