Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Сентябрь 2022, 22:30

Өфөгә сит ил күҙәтеүселәре килде

“Һеҙҙе был тарихи ваҡиға менән ҡотлайым, уңыштар һеҙгә”, – тине Ванесса Били.

Өфөгә сит ил күҙәтеүселәре килде
Өфөгә сит ил күҙәтеүселәре килде

Бөгөн Өфөгә сит ил күҙәтеүселәре килде. Улар Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының, Херсон һәм Запорожье  өлкәләренең Рәсәй Федерацияһына ҡушылыу буйынса референдум барышын күҙәтәсәк. Сит ил вәкилдәре Өфө моторҙар етештереү берекмәһенең Мәҙәниәт һарайы биләмәһендә урынлашҡан һайлау участкаларында булды.

23 сентябрҙән 26 сентябргә тиклем Башҡортостанда мәжбүри күсеп килеүселәр статусында йәшәгән граждандар  һайлау комиссияһы участкаһы  биналарынан ситтә, 27 сентябрҙә Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта  һайлау комиссияһы участкаһы бинаһында  тауыш бирәсәк. Сит ил күҙәтеүселәренә тауыш биреү өсөн бинаны, йәшниктәрҙе, кабиналарҙы күрһәттеләр.

“Мин дөрөҫ аңлайыммы, кешеләрҙең бер өлөшө бында, ә икенсе өлөшө бинанан тышта һайларға киләсәкме?  Һеҙ кемдең ҡайҙа һайлаясағын нисек билдәләйһегеҙ?” – тип һораны Великобританиянан килгән, һуңғы өс йылда Сирияла йәшәгән журналист, яҙыусы, “21st Centuru Wire” сайты редакторы Ванесса Били. Уға Башҡортостанда колл-үҙәк асылыуын, операторҙарҙың һайлау участкаларында тауыш бирергә теләүселәрҙән заявкаларҙы йыйыуын аңлаттылар. Предприятиеның Мәҙәниәт йортона Луганск, Донецк халыҡ республикаларынан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән килгән, ваҡытлыса йәшәү пункттарына урынлаштырылған мәжбүри күскенселәр һайларға киләсәк.

“Улар өсөн референдум ни тиклем мөһим? Тарихи күҙлектән ул нимәне аңлата?” –  Ванесса Билиҙың был һорауына Луганск, Донецк халыҡ республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең комиссия ағзалары яуап бирҙе.

“Рәсәй – беҙҙең Тыуған илебеҙ. Һуғышҡа тиклем тыныс ине. Бомбаға тотоуҙар башланғас, йәшәргә мөмкинлек ҡалманы.  Ғаиләләребеҙ беҙҙең менән Өфөлә”, – тине Херсон өлкәһенең  902-се һайлау участкаһы рәйесе Ольга Сытина.

“Беҙҙең өсөн Рәсәй составына инеү – көтөп алынған мөһим ваҡиға”, – ти өҫтәне Мариуполдән рәйес урынбаҫары Ольга Семенова.

“Бындай тарихи ваҡиға менән һеҙҙе ҡотлайым, уңыштар һеҙгә”, – тине Ванесса Били.

Босния һәм Герцеговинаның Мысырҙағы элекке илсеһе, профессор Слободан Шоя Башҡортостанға килеүе  һәм референдум барышын үҙ күҙҙәре  менән күреүе өсөн шат булыуын белдерҙе.

“Беҙ кешеләрҙең үҙ теләген белдерергә мөмкинлек алыуына һәм референдумда дүрт биләмәнең Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуы өсөн тауыш биреүенә ышанырға тейешбеҙ. Башҡортостанда бының өсөн бөтә шарттар булдырылыуын күрҙек, бөтә ҡағиҙәләр күҙәтелә. Кешеләрҙең  тауыш бирергә теләгәнен күрҙек”, – тине Мозамбиктан килгән профессор Хосе Матемулане.

“Шуны әйтә алам, барыһы ла яҡшы ойошторолған. Иң мөһиме, беҙҙең күҙ алдында тарихи ваҡиға тормошҡа аша, мин бөтә рәсәйҙәр һәм Донбасс халҡы өсөн яҡшылыҡ ҡына теләйем. Һуңғы һигеҙ йыл эсендә кисерелгән бәләләрҙән барыһы ла арынырына ышанам”, - тип йомғаҡланы һүҙҙе Ванесса Били.

Фото:"Башинформ".

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: