Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Сентябрь 2022, 18:45

Бер юлға һыймағандармы икән...

Ике автомобиль дә бер йүнәлештә хәрәкәт иткән булған

Бер юлға һыймағандармы икән...
Бер юлға һыймағандармы икән...

Бөгөн Стәрлетамаҡ – Ишембай автомобиль юлының  беренсе километрында бер йүнәлештә хәрәкәт иткән “Рено Логан” һәм “Шевроле Авео” автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә “Рено Логан” водителе алған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Икенсе автомобилдең водителенә һәм 12 йәшлек пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында көн дә тиерлек үлемесле авариялар теркәлеп тора. Мәҫәлән, кисә, 24 сентябрҙә, 12 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 13 кеше йәрәхәттәр алған.  

Аварияларҙың береһе Ҡырмыҫҡалы районында Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡшишмә автомобиль юлындың 13-өнсө километрында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 46 йәшлек ир “ВАЗ 2114” автомобилендә оҙон боролошта ҡоймаға бәрелеп, юлдың ситенә ауҙарыла. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәләк була.

Икенсе үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Бәләбәй районында Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының етенсе километрында теркәлә. Миәкә районан булған 77 йәшлек водитель “Toyota RAV4” автомобилендә юл аша сығып барған 60 йәшлек ҡатынды тапата. Һәләк булған ҡатын йәйәүлеләргә сығыу рөхсәт ителмәгән урындан сығып барған.  

Барлыҡ осраҡтар буйынса ла тикшереү алып барыла.

– Хөрмәтле водителдәр, һеҙ ҙур хәүеф сығанағы менән идара итәһегеҙ! Тиҙлек режимын күҙәтегеҙ. Йәйәүлеләргә тик рөхсәт ителгән юлдарҙан ғына йөрөргә кәңәш итәм. Иғтибарлылыҡ һәм уяулыҡ юл хәрәкәте ҡатнашҡан водителдәр өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә хәүефһеҙлек нигеҙе булып тора, – тип белдерҙе республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото: @bash_gibdd.

Бер юлға һыймағандармы икән...
Бер юлға һыймағандармы икән...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: