Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Сентябрь 2022, 19:00

Юридик ярҙам бушлай күрһәтелә

Был мөмкинлектән файҙаланып, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарығыҙҙы биреп ҡалығыҙ.

Юридик ярҙам бушлай күрһәтелә
Юридик ярҙам бушлай күрһәтелә

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе республикала йәшәүселәрҙе Дөйөм Рәсәй берҙәм бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнөнә саҡыра.

30 сентябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн 53 консультация һәм хоҡуҡи ярҙам үҙәгенең эшен ойошторалар. Дөйөм Рәсәй берҙәм бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө квартал һайын үткәрелә һәм граждандарҙың юғары квалификациялы юридик ярҙамын алыуға йүнәлтелгән, ти Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина.  

Республикала йәшәүселәр Адвокаттар палатаһы, Дәүләт юридик бюроһы, Прокуратура, “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы, Башҡортостан буйынса суд приставтары идаралығы хеҙмәткәрҙәренән кәңәштәр алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, ҡала һәм райондарҙағы нотариустарҙа ла бушлай кәңәш бирелә.

https://cloud.mail.ru/public/dNSU/NndumzSdq  һылтанмаһы буйынса инеп тулыраҡ танышырға мөмкин.

Фото: mgazeta.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: