Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Сентябрь 2022, 21:30

"Берҙәм Рәсәй" ярҙамға әҙер

Мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләре Ирекмәндәр штабына мөрәжәғәт итә ала.

"Берҙәм Рәсәй" ярҙамға әҙер
"Берҙәм Рәсәй" ярҙамға әҙер

“Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшләй. Ул Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 26 сентябрҙә асылды.  

Штаб махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа йәһәттән булышлыҡ ҡылыу маҡсатында булдырылған. Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтәсәк. Шул иҫәптән тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып киләктәр, өйҙә, хужалыҡта ярҙам итәсәктәр.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе, М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы Координация советы рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, штаб эшенең тәүге көндәрендә үк 70 самаһы шылтыратыу ҡабул ителгән.

– Сибайҙағы Ирекмәндәр штабына өс бала тәрбиәләгән әсә мөрәжәғәт итте. Балаларҙың өлкәненә – алты, икенсеһенә ике йәш һәм бәләкәсенә - дүрт ай. Ҡатын юғары уҡыу йортон тамамлаған, ошоға тиклем бер ҡайҙа ла эшләмәгән, әле бала ҡарау ялында. Уның ире мобилизацияға ярашлы махсус хәрби операцияла ҡатнашырға юлланған. Партияның урындағы бүлексәһе ҡатындың, уның балаларының көнкүреш һәм социаль мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙамлашасаҡ, – тип белдерҙе Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Әле “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы бүлексәһе базаһында – бер, урындарҙағы майҙансыҡтарҙа 63 ирекмәндәр штабы эшләй. Улар 09.00 – 18.00 сәғәттәрҙә мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итә.

М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Фото: vk.com/erbashkortostan.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: