Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Сентябрь 2022, 19:00

Һөҙөмтә көтөлгәнде раҫланы

Референдум йомғаҡтары кешеләрҙең Украина режимы шарттарында йәшәргә ризаһыҙлығын белдереүен, үҙҙәренең киләсәген Рәсәйҙән ситтә күрмәүен дәлилләне.

Һөҙөмтә көтөлгәнде раҫланы
Һөҙөмтә көтөлгәнде раҫланы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ЛХР, ДХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһы составына инеүе тураһындағы референдум һөҙөмтәләренә комментарий бирҙе.

– Референдум йомғаҡтары кешеләрҙең Украина режимы шарттарында йәшәргә ризаһыҙлығын белдереүен, үҙҙәренең киләсәген Рәсәйҙән ситтә күрмәүен дәлилләне. Рәсәй Федерацияһы составына инеү уларға именлек, бандерщинаның кире ҡайтыуынан һәм нацистарҙың Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеүсе кешеләргә әҙерләгән үстән яҡланыу гарантиялай.

Мәҫәлән, республикаға эвакуацияланған граждандарҙың 15 проценты ғына рәсми эшкә урынлаштырылған. Сәбәптәр араһында – тыуған яҡҡа ҡайтҡандан һуң коллаборационистар булараҡ репрессияға эләгеүҙән ҡурҡыу. Республикала тауыш биреү ҙә, әйткәндәй, юғары, йөҙ процентҡа яҡын, Рәсәй составына инеү тураһында ҡарарҙы хуплау кимәлен күрһәтте.

Референдумдарҙың һөҙөмтәләре көтөлгән һәм асыҡ, был юридик процедура ғәмәлдәге хәлде нығытасаҡ, халыҡҡа күп йылдар буйына мәхрүм ителгән хоҡуҡтар йыйылмаһын, ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға мөмкинлек бирәсәк, - тине парламент етәксеһе.

Фото: Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: