Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Сентябрь 2022, 20:00

Запорожье өлкәһе ҡарар ҡабул итте

Һайлау комиссияһы рәйесе Галина Катющенко граждандарҙың тарихи ҡарары тураһында һөйләне. 

Запорожье өлкәһе ҡарар ҡабул итте
Запорожье өлкәһе ҡарар ҡабул итте

Запорожье өлкәһендә төбәктең Рәсәйгә ҡушылыуы тураһында референдум һөҙөмтәләре билдәле булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле унда хеҙмәттәшебеҙ журналист, "Октябрьский нефтяник" гәзитенең баш мөхәррире Анна Москалец эшләй. Ул ваҡиға урынынан һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра.

Билдәле булыуынса, Запорожье өлкәһендә төбәктең Рәсәй составына инеүе тураһында тауыш биреү 2022 йылдың 23 сентябренән 27-һенә тиклем уҙғарылды.

Төбәктең һайлау комиссияһы рәйесе Галина Катющенко граждандарҙың тарихи ҡарары тураһында һөйләне һәм быйыл 27 сентябрҙә үткәрелгән референдум һөҙөмтәләрен хәбәр итте. Шулай итеп, Запорожье өлкәһенең Украина составынан сығыуы һәм Рәсәй Федерацияһы составына инеүе тураһында тауыш биреүҙә 541093 граждан ҡатнашҡан. Һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, 430268 кеше, был иһә ҡатнашыусыларҙың 93,11 проценты, өлкәнең Рәсәй составына инеүе өсөн тауыш биргән.

– Был ҡарар ҡабул ителгән көндән алып үҙ көсөнә инә, – тип хәбәр итте Запорожьеның һайлау комиссияһы башлығы.

Ул өйҙән тауыш биргәндә һайлаусыларҙың бик әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Галина Катющенко халыҡ-ара күҙәтеүселәргә референдумға иғтибары, участка һайлау комиссияһы ағзаларына эше өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: "Молодежная газета". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: