Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Сентябрь 2022, 22:30

Бөйөк Рәсәйгә рәхим итегеҙ!

Владимир Путин атыуҙарҙы туҡтатырға һәм һөйләшергә саҡырҙы.

Бөйөк Рәсәйгә рәхим итегеҙ!
Бөйөк Рәсәйгә рәхим итегеҙ!

Бөгөн – Рәсәйҙә мөһим тарихи ваҡиға. Дәүләтебеҙ составына дүрт төбәк – Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләре ҡушылды. Мөһим документҡа Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм ошо дүрт төбәктең башлыҡтары бөгөн Мәскәүҙә ҡул ҡуйҙы. 

Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул социаль селтәрҙә: “Бөйөк Рәсәйгә рәхим итегеҙ! Йортобоҙға рәхим итегеҙ!” тип яҙҙы һәм был күренештең видеояҙмаһын ҡуйҙы.

Тантана барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны.

– Оҙайлы һигеҙ йыл дауамында Донбасста йәшәгән кешеләрҙе геноцид һәм атыштарға дусар иттеләр. Ә Запорожье менән Херсон өлкәләрендә уларҙа бөтә Рәсәйгә нәфрәт уятырға тырыштылар. Тик улар һынманы. Мине Киев власының Көнбайыштағы хужалары ишетеүен теләйем – Донецк һәм Луганск республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре кешеләре беҙҙең граждандар булып китә. Мәңгегә! – тине ул.

Владимир Владимирович Киев режимына мөрәжәғәт итте.

– Беҙ Киев режимын атыуҙарҙы туҡтатырға һәм һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға саҡырабыҙ. Беҙ быға әҙер, күп тапҡыр әйткәнебеҙ булды. Әммә был төбәктәр кешеләренең һайлауын үҙгәртмәйәсәкбеҙ. Рәсәй уларҙы һатмаясаҡ, – тине ул.

Дәүләтебеҙ башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итте.

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар һәм офицерҙарға, өлөшләтә мобилизация барышында ҡушылғандарға, доброволецтар булып килгәндәргә, уларҙың ата-әсәләре, ҡатындары һәм балаларына мөрәжәғәт итәм. Беҙҙең ватандаштарыбыҙ, Украиналағы туғандарыбыҙ үҙ күҙҙәре менән Көнбайыштың идара иткән элитаһы бөтә кешелеккә нимә әҙерләгәнен күрҙе. Әле улар ни бары битлектәрен ташланы. 1991 йылда Советтар Союзы емерелгәс, Көнбайыш үҙенең диктатураһының сиге булмаҫ тип уйланы. Рәсәй был бәрелештән һуң кире аяҡҡа баҫа алмаҫ, тине. Тик Рәсәй йәнә нығынды. Уларға донъяла беҙҙең илебеҙ кеүек матур, бай биләмә булыуы, беҙҙең кемдеңдер ҡушыуы буйынса йәшәмәйәсәгебеҙ тынғы бирмәй, – тине Владимир Путин. – Улар өсөн бөтә илдәрҙең үҙ суверенитетын АҠШ иҫәбенә тапшырыуы мөһим. Ҡайһы бер дәүләттәр иҙ ирке менән вассалдар булырға ризалаша. Икенселәрҙе һатып алалар, ҡурҡыталар. Ә кем ризалашмай, гуманитар бәлә биләмәһен булдырып юҡҡа сығаралар. Улар беҙгә азатлыҡ теләмәй, ә колония итеп күргеһе килә. Уларға тиң хеҙмәттәшлек кәрәкмәй, улар талау яҡлы. Беҙҙең үҫешеүебеҙ һәм сәскә атыуыбыҙ – шулай уҡ улар өсөн хәүеф.

Фото: "Беренсе канал".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: