Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Сентябрь 2022, 22:00

"Беҙ эш менән ярҙам итәбеҙ"

Мәскәүҙәге ҡул ҡуйыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

"Беҙ эш менән ярҙам итәбеҙ"
"Беҙ эш менән ярҙам итәбеҙ"

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы составына Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләрен ҡабул итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында ҡатнашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин был туралағы килешеүҙәргә ошо субъекттар етәкселәре Денис Пушилин, Леонид Пасечник, Евгений Балицкий һәм Владимир Сальдо менән бергә ҡул ҡуйҙы.

23-нән 27 сентябргә тиклем был төбәктәрҙә Рәсәй составына инеү тураһында референдумдар үтте. Биләмәләрҙә халыҡтың күпселеге был ҡарарҙы хупланы.

Тантананан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашты һәм был ҡарарҙың тарихи мөһимлеге, Донбасс менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне.

– Бик күп халыҡ өсөн был шәхси, эмоциональ ҡарар. Мин 2014 йылдан алып Рәсәй составында булыу өсөн көрәшкән кешеләрҙе беләм. Бөгөн уларҙың күптәрен был залда күрҙем. Минеңсә, бөгөн илебеҙ тарихында һәм ошо дүрт биләмәлә йәшәгән кешеләр өсөн бик сағыу ваҡиға булды. Улар бөйөк дәүләт составына инде. Иң мөһиме - улар бының өсөн көрәште. Һәм тарихи дөрөҫлөк тантана итте, – тине Радий Хәбиров.

Хәбәрсе республика етәксеһенән Донбасс менән Башҡортостан араһында мөнәсәбәттәрҙең нисек үҫешеүе, хеҙмәттәшлектең ниндәй мөмкинлектәре булыуы тураһында һораны.

– Был мөнәсәбәттәргә бер генә йыл түгел. Ҡырым ваҡиғаларына тиклем үк беҙ хеҙмәттәшлек итә инек – мәктәптәр, предприятиелар менән эшләнек. Әммә 2014 йыл үҫештең яңы быуындарын булдырҙы. Шуныһы мөһим: 2014 йылдан алып беҙҙең республика Донбассҡа ярҙам итә. Луганск Халыҡ Республикаһына айырым иғтибар бүләбеҙ. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханаларға ярҙам итәбеҙ. Ауыр ваҡыттарҙа унда табиптарыбыҙҙы ебәрҙек. Ә әле Мариуполдә һәм Красный Лучта беҙҙең төҙөүселәрҙең ҙур бригадаһы эшләй. Күп атыштарҙан зыян күргән объекттарҙы тергеҙәбеҙ. 1 сентябргә беҙҙең шефлыҡ аҫтында булған Красный Луч ҡалаһындағы бик шәп мәктәпте тапшырҙыҡ. Билдәле булыуынса, ул Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Әлбиттә, артабан да хеҙмәттәшлекте дауам итәсәкбеҙ.

Радий Фәрит улына өлөшләтә мобилизацияға бәйле һорау бирҙеләр.

– Республика был бурысты нисек үтәй? Һеҙ буласаҡ хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә нисек ярҙам итәһегеҙ?

– Беҙҙең егеттәр тыныс, лайыҡлы рәүештә был ҡарарҙы ҡабул итте һәм махсус хәрби операцияға юлланды. Доброволецтар күп. Минеңсә, беҙ ҡуйылған бурысты үтәнек, – тине ул. – Нисек ярҙам итәбеҙме? Мәҫәлән, мин иртәгә хәрби көйләү барған биләмәләрҙең береһенә барам, Башҡортостан егеттәре менән осрашасаҡмын. Уларға кәрәк әйберҙәр алып барам. Барлыҡ көнкүреш мәсьәләләрендә ярҙам итәсәкмен. Икенсе яҡтан, беҙ хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам ойошторҙоҡ. Бының өсөн сәйәси партиялар штабы булдырҙыҡ. Уларҙың ата-әсәләре, ҡатындары, балалары үҙҙәрен онотолған итеп тоймаһын өсөн беҙҙең Хөкүмәт тә ҡушылды. Эш менән ярҙам итәсәкбеҙ. Кешеләр төрлө мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә. Бының өсөн Ситуация үҙәге астыҡ, уны “Шайморатовсылар” тип атаныҡ. Халыҡ телефонды белә: 8-800-201-89-03. Шылтыратыуҙар һаны арта.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: