Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Сентябрь 2022, 18:15

Оҙаҡ - һигеҙ йыл көттөк...

Документҡа илебеҙ Президенты Владимир Путин һәм был төбәктәр башлыҡтары ҡул ҡуйҙы.

Оҙаҡ - һигеҙ йыл көттөк...
Оҙаҡ - һигеҙ йыл көттөк...

Бөгөн Рәсәйҙә һәм дүрт төбәктә – Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә мөһим сәйәси ваҡиға. Ошо төбәктәр бөгөндән рәсми рәүештә Рәсәй составына инде. Документҡа илебеҙ Президенты Владимир Путин һәм был төбәктәр башлыҡтары ҡул ҡуйҙы.

Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тә ҡатнашты һәм социаль селтәрҙәрҙә фекерен уртаҡлашты. “Оҙаҡ - һигеҙ йыл көткән ваҡиға... Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре Рәсәй составына инергә ҡарар итте.

Йонсоған, арыған кешеләр күпме ваҡыт үҙ намыҫы ҡушыуы буйынса йәшәр һәм туған кешеләре менән бергә булыр өсөн көрәште. Һәм был яҙмыштарҙы үҙгәрткән ҡарар улар өсөн дә, беҙҙең бөйөк илебеҙ өсөн дә тарихи”, – тине ул.

Фото: daytimenews.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: