Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Октябрь 2022, 12:00

Хөкөм ителгәндәр ҙә Ватанды һаҡларға тейеш

Константин Толкачев: "Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, хөкөм ителеүсе йәмғиәт алдында үҙенең ғәйебен аҡлай аласаҡ".

Хөкөм ителгәндәр ҙә Ватанды һаҡларға тейеш
Хөкөм ителгәндәр ҙә Ватанды һаҡларға тейеш

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары "Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексына үҙгәреш индереү тураһында" федераль закон проектын әҙерләне һәм Дәүләт Думаһына индерҙе.

– Закон проекты Рәсәй Федерацияһының мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында махсус хәрби операцияла йәки башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуға хөкөм ителеүселәрҙе йәлеп итеүҙең хоҡуҡи нигеҙҙәрен нығытыуҙы тәҡдим итә. Конституцияға ярашлы Ватанды һаҡлау илебеҙҙең һәр бер гражданының бурысы булып тора. Закон проекты енәйәт язаһын үтәүсе кешеләргә ҡарата Төп Закондың тейешле положениеларын ғәмәлгә ашырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, хөкөм ителеүсе йәмғиәт алдында үҙенең ғәйебен аҡлай аласаҡ, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. 

Республика парламенты спикеры белдереүенсә, хөкөм ителеүселәрҙе махсус хәрби операцияла һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуға йәлеп итеү Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре составының иҫәбен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: