Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Октябрь 2022, 21:00

Кемдәр өлөшләтә мобилизациянан азат ителә?

Селектор кәңәшмәһендә был исемлек менән Сергей Шойгу таныштырҙы.

Кемдәр өлөшләтә мобилизациянан азат ителә?
Кемдәр өлөшләтә мобилизациянан азат ителә?

Бөгөн Рәсәй Оборона министры Сергей Шойгу Рәсәй Федерацияһының хәрби көстәре етәкселеге ҡатнашлығында уҙғарылған тематик селектор кәңәшмәһендә мобилизация мәсьәләһенә айырым туҡталды. Ул Генераль штабҡа хәрби комиссариаттар һәм саҡырыу комиссияларын граждандарҙы ниндәй осраҡтарҙа хәрби хеҙмәттән кисектереү тәртибе менән тиҙ арала ныҡлап таныштырыу бурысын ҡуйҙы.

Оборона министры тәү сиратта өлөшләтә мобилизация ваҡытында кисектерелеү бирелгән исемлек менән таныштырҙы. Ул түбәндәге граждандарға ҡағыла:

– юғары һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларында көндөҙгө һәм көндөҙгө-ситтән тороп белем алған студенттарға (ошо кимәлдә беренсе тапҡыр белем алған студенттарға);

– “хәрби-сәнәғәт комплексы ойошмаларында, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә аккредитацияланған ойошмаларҙа”, “элемтә ҡорамалдарының тотороҡлолоғон, хәүефһеҙлеген һәм теүәл эшен тәьмин иткән ойошмаларҙа”, “мәғлүмәт һәм элемтә, киң мәғлүмәт сараларында, теле-радиотапшырыуҙар каналдары өлкәһендә”, шулай уҡ “милли иҫәпләү системаһының”, “банк идаралығының эшен һәм тере аҡса әйләнешенең тотороҡлолоғон тәьмин иткән ойошмаларҙа” эшләгән граждандарға;

– ауыр сирле балалары булған һәм өс баланың берәүһе инвалид булған граждандарға.  

Шулай уҡ Сергей Шойгу Генштабҡа өлөшләтә мобилизацияланған граждандарҙы тейешле кейем һәм башҡа матди саралар менән тәьмин итергә, шулай уҡ өлөшләтә мобилизация үткәргәндә граждандарҙың хоҡуғын боҙоуға юл ҡуймаҫҡа бойорҙо.

Әлеге ваҡытҡа ҡарата, Рәсәйҙә 200 меңгә яҡын граждан өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған.   

Фото: “Телеграм”.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: