Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Октябрь 2022, 13:20

Дүрт төбәкте Рәсәй составына алыу хаҡындағы закондарға ҡул ҡуйылды

Шулай уҡ яңы дүрт төбәктең етәкселәре лә тәғәйенләнде.

Дүрт төбәкте Рәсәй составына алыу хаҡындағы закондарға ҡул ҡуйылды
Дүрт төбәкте Рәсәй составына алыу хаҡындағы закондарға ҡул ҡуйылды

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын, шулай уҡ Запорожье һәм Херсон өлкәләрен Рәсәй Федерацияһы составына алыу тураһындағы закондарға ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта документтар рәсми хоҡуҡ порталында баҫылып сыҡты.    

Белеүебеҙсә, был төбәктәр 23 - 27 сентябрҙә Рәсәйгә ҡушылыу буйынса рефрендум үткәрҙе һәм халыҡтың төп өлөшө тарихи тыуған иленә ҡайтырға теләк белдерҙе. 30 сентябрҙә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре етәкселәре Мәскәүгә килеп, ҡушылыу килешеүенә ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты илебеҙҙең дүрт яңы төбәге етәкселәрен тәғәйенләү тураһындағы указдарға ла ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын – Денис Пушилин, Луганск Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын – Леонид Пасечник, Херсон өлкәһе етәксеһе вазифаһын – Владимир Сальдо һәм Запорожье өлкәһе етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Евгений Балицкий тәғәйенләнгән.

Фото: presidentmedia.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: