

Иҫегеҙҙәлер, 2018 йылдың 25 мартында Кемерово ҡалаһында “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу үҙәге янды. Унда "ҡыҙыл әтәс" 1600 квадрат метр майҙанды ялмап ала, аҙаҡ бинаның ҡыйығы емерелеп төшә, кешеләрҙең сығыу юлы быуыла. Янғында 60 кешенең ғүмере өҙөлә, шул иҫәптән 37 баланың, тағы ла 79 кеше төрлө йәрәхәттәр ала.
Рәсәй Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Ҡышҡы сейә” фажиғәһенә бәйле енәйәт эшенә ҡағылышлы тағы ла бер кешегә хөкөм сығарылған.
Суд “Кемерово кондитер комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры Вячеслав Вишневскийға ҡарата тәфтишселәр йыйған дәлилдәр хөкөм сығарыуға етерлек тип ҡарар иткән. Етәксе ир Кемерово өлкәһе Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы Комкова, чиновниктың улы һәм “ИСК ”Ресурс” йәмғиәте директоры Чередниченко ҡатнашлығындағы енәйәт төркөмөнә (улар алдараҡ хөкөм ителде) ришүәт биреүҙә ғәйепле.
Вишневский 2013-2014 йылдарҙа “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу үҙәге бинаһын реконструкциялағанда дәүләт төҙөлөшө һәм янғын күҙәтеүе ҡағиҙәләрен боҙоуға күҙ йомоп ҡараһындар, сара күрмәһендәр өсөн Комковаға, уның улына һәм Чередниченкоға ете миллион һум күләмендә ришүәт биргән. Был аҡса Комкова күрһәтмәүе буйынса “ИСК ”Ресурс” йәмғиәтенә күсерелгән, һуңынан Чередниченко аша алынған. Ошо яуапһыҙлыҡ сәбәпле 60 кешенең ғүмере өҙөлә.
Вишневский тәфтиш органдарынан ҡасып йөрөй, халыҡ-ара эҙләүгә бирәләр. Уны Польшала ҡулға алып, Рәсәйгә оҙаталар. Тәфтиш комитеты юллауы буйынса Рәсәйҙәге һәм Испаниялағы мөлкәтен файҙаланыу тыйыла.
Суд Вишневскийҙы һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итте, ул был мөҙҙәтте ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк. Шулай уҡ уға 21 миллион һум күләмендә штрафты ла түләргә тура киләсәк.
Әлбиттә, енәйәтсе язаһын үтәр, тик 60 кешене кире ҡайтарып булмай шул...
Фото: petrozavodsk.bezformata.com.