Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Октябрь 2022, 11:45

Был конкурс улар өсөн мөһим

Башҡортостан эксперты: меритократия принциптары нигеҙендә “Тергеҙеү лидерҙары” кадрҙар конкурсы – Рәсәйҙең яңы биләмәләрен үҫтереү өсөн ҡеүәтле импульс

Был конкурс улар өсөн мөһимБыл конкурс улар өсөн мөһим
Был конкурс улар өсөн мөһим

Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, шулай уҡ Запорожье һәм Херсон өлкәләре территорияларында “Тергеҙеү лидерҙары” кадрҙар ресурстары конкурсы старт алды.  Уның маҡсаты – лидерлыҡ сифаттарына эйә булған, Рәсәйҙең яңы биләмәләрен үҫтереү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә әҙер булған перспективалы һәм амбициялы етәкселәр эҙләп табыу һәм үҫтереү. Конкурс республика башлыҡтары хакимиәттәре, хөкүмәттәре, йәмәғәт һәм ирекмәндәр ойошмалары менән берлектә уҙғарыла.

Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин кадрҙар һайлап алыуға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдереүен билдәләне:

– "Тергеҙеү лидерҙары. ДХР" конкурсы үҫешә башланы. Республикалағы, шулай уҡ унан ситкә ваҡытлыса киткән кешеләрҙең күбеһе тыныс тормошто тергеҙеүҙә ҡатнашырға теләй. Улар конкурста ҡатнашыуҙы Донбасстың киләсәгендә үҙ урынын табыу өсөн уникаль мөмкинлек тип баһалай. Мин ҡатнашыуға заявка бирмәгәндәрҙе быны эшләргә саҡырам, - тине. 

Яңы биләмәләрҙә йәшәгән тиҫтәләгән кешеләр конкурста ҡатнашыр өсөн ғаризалар биргән дә.

Донецкиҙан Сергей Добровольский – тәүгеләрҙә заявка биреүселәрҙең береһе. Ир конкурс республикаға файҙалы булыр тип иҫәпләй:

- Хәрби хәрәкәттәр тамамланғандан һуң үҙ ҡалаларына ҡайтасаҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн власть органдарындағы кадрҙар “тишектәрен” ямар өсөн был яҡшы мөмкинлек.

Сарала ҡатнашыусыларға талаптар ҡуйыла. Уларҙың береһенә булһа ла тап килергә кәрәк:

- идара итеү тәжрибәһе бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш;

- конкурсты уҙғарыу төбәге менән бәйләнештә булыу;

- конкурс уҙғарылған биләмәлә гражданлыҡ булыу;

- конкурс уҙғарылған биләмәлә тыуырға;

- ошо биләмәлә бер йылдан ашыу йәшәгән;

- конкурс үткәрелгән биләмәнең белем биреү ойошмаһында бер йылдан ашыу уҡыған булырға;

- конкурс үткәрелгән биләмәлә бер йылдан ашыу эшләгән/эшләгәндәр;

- әлеге ваҡытта яҡын туғандары был биләмәлә йәшәгән кешеләр;

- Рәсәй Федерацияһы юрисдикцияһында һәм конкурс үткәргән биләмәлә хөкөмгә тарттырылмау.

Конкурста ҡатнашыу өсөн лидерывозрождения.рф. сайтында теркәлергә кәрәк. Бының өсөн шәхси кабинет асырға, конкурста ҡатнашыуығыҙҙы раҫларға, анкета тултырырға һәм эссе яҙырға кәрәк. Конкурста ҡатнашыу бушлай. Конкурстарға теркәлеү 17 октябргә тиклем – Донецк Халыҡ Республикаһында, 7 ноябргә хәтлем – Луганск Халыҡ Республикаһында, 14 ноябргә тиклем – Запорожье өлкәһендә, 21 ноябргә тиклем Херсон өлкәһендә дауам итә.

Еңеүселәргә Рәсәйҙә һайлап алынған уҡыу программаһына 1000 000 һум тапшырыласаҡ, шулай уҡ улар иң яҡшы HR-белгестәрҙән шәхси рекомендациялар, эксперттар һәм остаздарҙан ярҙам аласаҡ.  “Тергеҙеү лидерҙары” конкурсы финалсылары һәм еңеүселәре халыҡ республикалары һәм өлкәләренең кадрҙар резервына индереләсәк.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль власть органдары өсөн кадрҙар резервын һайлау һәм формалаштырыу буйынса ошондай төбәк конкурстарын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашыу тәжрибәһе ҙур. Бынан тыш, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Донецк идара итеү һәм дәүләт хеҙмәте академияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән дә инде. Академияның дәүләт һәм муниципаль идаралығы кафедраһы мөдире, философия фәндәре кандидаты, доцент Илшат Рысаев былай тине:

– Был территорияларҙа тыныс тормошто тергеҙеү шарттарында яңы етәкселәр корпусын формалаштырыу – мөһим, ваҡытлы һәм көнүҙәк бурыс. 2026 йылдың 1 ғинуарына тиклем был субъекттарҙың Рәсәй менән интеграцияһы өсөн күсеү осоро билдәләнеүе аңлашыла. Был ваҡытҡа төбәктәр иҡтисади, финанс-кредит һәм хоҡуҡ системаларына, шулай уҡ Рәсәй дәүләт власы органдары системаһына һалынырға тейеш. Хәҙерге ҡатмарлы сәйәси һәм иҡтисади шарттарҙа йәмғиәттә социаль идара итеү системаларын, тәү сиратта, дәүләт власы органдарын нығытыу - барлыҡ дүрт субъект өсөн тергеҙеү һәм артабан үҫтереү өсөн кәрәкле шарт.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас