

7 – 16 октябрҙә “Халыҡ участковыйы-2022” конкурсының төбәк этабы бара. Был сара ярҙамында тәртип һаҡлау органдарының халыҡҡа иң яҡын булған полиция хеҙмәткәрен һайлайҙар.
Республика этабында еңгән полиция участковыйы Башҡортостан Республикаһы исеменән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы” конкурсында ҡатнашасаҡ.
Онлайн тауыш биреү Башҡортстан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында бара. Йәғни һеҙ унда https://02.мвд.рф/folder/32804220 һылтамаһы аша инеп, үҙегеҙҙең хөрмәт иткән участковыйығыҙ өсөн тауыш бирә алаһығыҙ.
Фото: скриншот.