

Кисектерелеүгә хоҡуғы булып та, барыбер мобилизацияға эләккән граждандар өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡарарына ялыу яҙа ала. Бының өсөн саҡырыу ҡағыҙы һәм саҡырыуҙы кисектереүгә нигеҙ булған документтар талап ителә.
Республика халҡынан был темаға ҡағылышлы бөтә ялыуҙар Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә килә. Һуңынан улар хәл итеү өсөн Башҡортостандың хәрби комиссариатына һәм яуаплы ведомстволарына йүнәлтелә.
Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы “Ирекмән булырға” сервисы махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләгәндәр өсөн тәғәйенләнгән. Башҡортостан Республикаһының ирекмәндәр отрядтарында ҡатнашыуға ғаризаны йәшәгән урындағы хәрби комиссариатҡа ла тапшырырға мөмкин. Уларҙың исемлеге ошо һылтанмала бар: https://vk.cc/cgN8Ti.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко уҙғарған ултырышта өлөшләтә мобилизация буйынса ялыуҙарҙы һәм мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү төп мәсьәләләр булды. Унда барлыҡ яуаплы ведомстволар, төбәк етәкселәре ҡатнашты. Дмитрий Чернышенко белдереүенсә, халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эш юғары кимәлдә һәм ҡыҫҡа ваҡытта ойошторолорға, һәр береһе шәхсән ҡаралырға тейеш.
Республика Башлығы Радий Хәбиров мобилизация буйынса штаб ултырышында был мәсьәләгә ҡағылышлы барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе ентекләп тиҙ арала ҡарарға ҡушты.
Файҙалы һылтанмалар:
- Рәсәй Оборона министрлығы: https://mil.ru/
- Рәсәй Оборона министрлығының “ҡыҙыу линияһы” телефоны: 8 (800) 100-77-07
- «Объясняем.РФ», «Объясняем. Башкортостан», https://vk.com/obyasnyaem , https://vk.com/obyasnyaem102 сығанаҡтары
- Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең республика хәрби комиссариаты менән берлектә әҙерләгән өлөшләтә мобилизация буйынса чат-боты: https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot
- Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге: 8(347) 218-19-19 йәки 122, өҫтәмә - 1
- Мобилизацияланғандарҙың һәм ирекмәндәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы: 8-800-201-89-03
Фото: bashkortostan.er.ru