

“Берҙәм Рәсәй” партияһы Донецк Халыҡ Республикаһында, Луганск Халыҡ Республикаһында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә төбәк бүлексәләрен булдырҙы. Партияның Генераль советы ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ партия Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә һайлаусылар менән эшләү өсөн Дәүләт Думаһы депутаттары кандидатураларын билдәләне.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведев әйтеүенсә, яңы субъекттарҙа бөтә инфраструктура ла эшләргә тейеш, шул иҫәптән партия ла.
– Беҙ һайлаған командаға, кешеләргә, дуҫтарыбыҙға барлыҡ эштең уңышы, партия проекттарын һәм халыҡ программаларын ғәмәлгә ашырыу бәйле буласаҡ. Шул иҫәптән берләштереү уңышы ла. Һәм, әлбиттә, “Берҙәм Рәсәй”ҙең гуманитар эшмәкәрлегенең дауамы ла, – тине Дмитрий Медведев.
Партияның Генераль советы секретары Андрей Турчак тәҡдиме буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәләре секретарҙары итеп Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Денис Пушилин (Донецк төбәк бүлексәһе), Луганск Халыҡ Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Денис Мирошниченко (Луганск төбәк бүлексәһе), Мелитополь хәрби-гражданлыҡ хакимиәте башлығы Галина Данильченко (Запорожье төбәк бүлексәһе), Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе урынбаҫары, партияның төбәктәге гуманитар эшмәкәрлеге координаторы Игорь Кастюкевич (Херсон төбәк бүлексәһе) тәғәйенләнде.
Денис Пушилин билдәләүенсә, 8,5 йыл эсендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә күп эштәрҙе башҡарырға ярҙам иткән һәм партияны меңәрләгән кеше хуплай.
Луганск Халыҡ Республикаһында “Луганскиҙа тыныслыҡ” йәмәғәт хәрәкәтенең 100 меңдән ашыу әүҙем ағзаһы партия яҡлы, тип хәбәр итте Денис Мирошниченко. Республика биләмәһендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһен булдырыу төбәктең барлыҡ сәйәси структураһы өсөн таянысҡа әйләнер, тип ышана ул.
Игорь Кастюкевич та Херсон өлкәһе халҡының төп өлөшө партия командаһына ҡушылырға әҙерлеген белдерҙе.
Төбәк бүлексәләренең оператив мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ойоштороу комитеттары булдырыла, уларға секретарҙар етәкселек итә. Улар төбәк партия советтарының составын төҙөй һәм Генераль советҡа раҫлауға тәҡдим итә.
Андрей Тручак “Берҙәм Рәсәй” фракцияһына яңы төбәктәрҙәге һайлаусылар менән бәйләнеш тотоу өсөн түбәнге Дәүләт Думаһы депутаттарын билдәләргә тәҡдим итте: Донецк Халыҡ Республикаһына – Зураб Макиев, Луганск Халыҡ Республикаһына – Виктор Водолацкий, Запорожье өлкәһенә – Артем Бичаев, Херсон өлкәһенә – Игорь Кастюкевич.
– Беҙҙең туғандаш Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре хәҙер Рәсәй Федерацияһы составында. Әле емерелгән биләмәләрҙәге халыҡҡа ғәҙәти тормошҡа ҡайтыуҙа ярҙам итеү “Берҙәм Рәсәй” партияһының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Яңы субъекттарҙа партияның төбәк бүлексәләрен булдырыу был бурысты хәл итеүгә ярҙам итәсәк. “Берҙәм Рәсәй” инфраструктураны, тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән партия проекттарын һәм халыҡ программаларын ғәмәлгә ашырыуҙа бай тәжрибәгә эйә. Әммә, һис шикһеҙ, был эштә иң мөһиме – кешеләр. Әле үк был биләмәләрҙәге халыҡтың күпселеге партия рәтенә инергә, ҙур бер фекерлеләр командаһының өлөшө буларға әҙер.
Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк беҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына, Красный Луч ҡалаһына тейешле ярҙам күрһәттек. Әгәр кәрәк булһа, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе гуманитар эшмәкәрлеген киңәйтәсәк, тип ышанам, үҙебеҙҙең партия эшендәге тәжрибәбеҙҙе яңы хеҙмәттәштәр менән ихлас уртаҡлашасаҡбыҙ, – тип белдерҙе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Фото: bashkortostan.er.ru