

Герб һәм гимн, флаг кеүек атрибуттар – дәүләтселек символы ғына түгел, ә ил халҡын туплаусы көс тә. Бөгөн, йәш быуында илһөйәрлекте тәрбиәләү тәү маҡсатҡа сыҡҡан заманда, был атрибуттарҙың тотҡан урыны тағы ла артты. Мәктәптәрҙә уҡыу аҙнаһының гимн көйө аҫтында флаг күтәреүҙән башланыуы ла ошо хаҡта һөйләй.
Башҡортостандың Дәүләт гербы ла республиканың дәүләт символы булып тора, Парламент тарафынан 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт геральдика регистрында 164-се һан аҫтында теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы милли орнамент менән уратып алынған түңәрәк эсендә ҡалҡып килгән ҡояш һәм уның нурҙары фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Түбәндәрәк ҡурай сәскәһе тажы, халыҡтар батырлығы символы, һүрәтләнгән. Башҡортостандың Дәүләт флагы төҫтәренә буялған, аҡ төҫлө юлына “Башҡортостан” тигән яҙыулы таҫма төшөрөлгән. Дәүләт гербының төҫлө һүрәтендә Салауат Юлаевҡа һәйкәл һәм орнамент – алтынһыу, ҡурай сәскәһе – йәшел, ҡалҡып килеүсе ҡояш асыҡ алтынһыу төҫтә, ҡояш нурҙары – һары, һәйкәл менән орнамент араһындағы фон – аҡ, эске һәм тышҡы түңәрәктәр ҡуйы алтынһыу төҫтә.
Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли геройы, башҡорт батырҙарының ҡаһарманлығына, тыуған тәбиғәтенә дан йырлаған халыҡ шағиры, уның ижады төрлө ҡыҫырыҡлауҙарға ҡаршы көрәш рухы менән һуғарылған, телдән-телгә күсә килгән. Әммә гербта конкрет шәхес һүрәтләнмәгән. Салауатҡа һәйкәл – азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшкән дөйөмләштерелгән яугир егет образы, ул Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген кәүҙәләндерә. Гербтың авторы – Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимны 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителгән, ә уның тексы 2008 йылдың 18 сентябрендә раҫланған. Гимн тексын Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр башҡорт телендә яҙған, ә Фәрит Иҙрисов, Светлана Чураева рус теленә тәржемә иткән. Гимнға көйҙө Фәрит Иҙрисов яҙған.
Дәүләт гимны
Башҡортостан, hин hөйөклө ғәзиз ер,
Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.
Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа
Тыуған илдең тыныс ал таңы.
Дан hиңә, Башҡортостан!
Илен hөйгән азат халҡыңа дан!
Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә
Сәскә ат, Башҡортостан!
Башҡортостан, hин хөрмәтле данлы ил,
Еңеү яулап алға бараһың.
Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә
Һинең ғорур рухлы байрағың.
Республикам, йондоҙ булып балҡы hин,
Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.
Тыуған ерҙә hүнмәҫ усағыбыҙ,
Туған телдә тынмаҫ йырыбыҙ.
Зилә МИҢГӘРӘЕВА, Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры:
– Беҙҙең башҡорт гимназияһында уҡыу аҙнаһы һәр дүшәмбе көн тантаналы линейканан башланып китә. РФ һәм БР Дәүләт флагтары индерелеп, флагштокка урынлаштырыла. Бындай мөһим һәм яуаплы эш уҡыуҙа, спортта яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән уҡыусыларға тапшырыла. Гимназия уҡыусылары Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимндарын башҡара. Уҙған аҙнаға йомғаҡ яһала, өлгәшкән уңыштар барланып, грамоталар тапшырылғандан һуң, башҡарыласаҡ эштәр күҙаллана. Линейка һуңында балалар "Мөһим һөйләшеү" дәресенә юллана. Бындай саралар тәрбиәүи йәһәттән бик әһәмиәтле. Уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғолары уята. Гимн яңғырағанда, флагтарҙы индергәндә һәр кем Тыуған илебеҙ менән ғорурланыу хистәрен кисерә.
Рәмилә МУСИНА