Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Октябрь 2022, 11:07

Көслө парламентыбыҙ бар

Депутаттар алдында мөһим бурыстар тора.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай илебеҙҙә уңышлы эшләгән алдынғы парламенттар иҫәбендә. Беҙҙең депутаттар закондар сығарыу менән генә сикләнмәй, республиканың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.  Сентябрҙә көҙгө сессияның беренсе пленар ултырышы үтте. Халыҡ илселәренең киләсәккә пландары ниндәй? “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы алдында ниндәй бурыстар тора Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Рөстәм Рифат улы, бөгөн үҙегеҙ һәм хеҙмәттәштәрегеҙ алдына ниндәй өҫтөнлөклө бурыстар ҡуяһығыҙ?

–  Көҙгө сессия ваҡытында республиканы төрлө яҡлап үҫтереүгә, халыҡтың именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән эштәр беҙҙең өсөн мөһим буласаҡ. Яңыраҡ партияның “Халыҡ программаһы”на индерелгән төҙәтмә­ләрҙе лә иҫәпкә аласаҡбыҙ. Әле парламент 50-ләгән закон проектын ҡарау буйынса эш алып бара, күпселеген “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим итте. Улар араһында республика Башлы­ғының тәҡдимдәре лә бар. Сентябрҙә депутаттарҙан яңы тәҡдимдәр килә башланы, шуға ла көҙгө сессия ва­ҡытында ҡараласаҡ закон проекттары пландағынан күпкә күберәк буласаҡ.

 

– Әлбиттә, һәр закон проекты мөһим, әммә улар ара­һында көнүҙәк талаптарҙан сы­ғып әҙерләнгәндәре лә барҙыр?

– Алдағы көндәрҙә республика Консти­туцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү ҡаралған. Шулай уҡ “Башҡортостан Респуб­ликаһы геопарктары тураһында” закон ҡабул иттек. Геопарктарҙың статусы, тәбиғи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау саралары тураһында мәсьәләне көйләү талап ителә. Беҙҙә геопарктар бар. Мәҫәлән, “Янғантау” тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО геопарктарының донъяуи селтәренә индерелгән.

Шулай уҡ республиканың һәр кешеһенә тиерлек ҡағылған коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр тәртибенә, производство һәм көнкүреш ҡаты ҡалдыҡтары менән эш итеүгә, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтҡа, халыҡты транспорт хеҙмәтләндереүен ойоштороуға, ветеран­дарға һәм етем балаларға социаль ярҙамға ҡағы­лышлы закондарҙы камиллаш­тырыуға бәйле эш алып барасаҡбыҙ.

Көҙгө сессияла тағы ла үҙенсәлекле өс закон ҡараласаҡ – бер нисә ауылда алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыуға бәйле. Ошондай бер документты июндә ҡабул иткәйнек. “Айыҡ Башҡортостан” партия проекты етәксеһе булараҡ, быны республикала социаль хәлде яҡшыртыуға, сәләмәт тормошто таратыуға бәйле яҡшы башланғыс, тип иҫәпләйем. Беҙҙең фракция был закон проекттарын ентекләп өйрәнәсәк һәм, аныҡ биләмә халҡы тулыһынса хуплағанда ғына, уны тәҡдим итәсәк. Бындай ҡанундар төрлө ҡарашлы кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу ҡоралына әйләнергә тейеш түгел.

 

– Белеүебеҙсә, VII саҡыры­лыш Дәүләт Думаһының эш һөҙөмтәләре буйынса, тәҡдим иткән федераль закондар һаны буйынса республика парламенты беренсе урынды алды...

– Беҙ VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы эшендә лә әүҙем ҡатнашабыҙ – Дәүләт Думаһына индерелгән закондар проекты һаны буйынса төбәк парламенттары араһында абсолют алдынғылыҡта торабыҙ. Йәмғеһе 20 проект тәҡдим иттек. Беҙҙән һуң килгән Ленинград, Һамар өлкәләре һәм Краснодар крайы 10 – 12 закон проекты тәҡдим иткән.

Проекттарыбыҙҙың 11-е әле ҡаралыу өҫтөндә. Һуңғы өсәүҙе көҙгө сессия башланғас, йәғни сентябрҙә, тәҡдим иттек. Ул балалар һәм үҫмерҙәр араһында “чайлдфри” идеологияһын тыйыуға йүнәлтелгән, ул сит илдән таратыла һәм милләт киләсәгенә ҙур зыян килтерә. Уны Дәүләт Думаһындағы коллегалар ярҙамында әҙерләп тәҡдим иттек.

 

– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары рес­пуб­ликаның йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, мөһим бер ваҡиғанан да ситтә ҡалмай, сетерекле мәсьәләләрҙе лә хәл итеүгә тос өлөш индерә. Һеҙҙең ҡарашҡа, ниндәй мәсьәләләр киҫкен тора?

– Йылытыу миҙгеле башланыу менән, уға бәйле хәл көнүҙәккә әйләнә. Һуңғы ике йылда һайлаусыларҙан нигеҙһеҙ күтәрелгән түләүҙәр буйынса күп ялыу килде. Беҙҙең фракция депутаттары тикшереүҙәр үткәрҙе, аҡсаны халыҡҡа кире ҡайтарыу буйынса эш алып барҙы. Беҙҙең эшмә­кәрлек һөҙөмтәһендә, мәсьәләне хәл иттек, әммә урыны менән барыбер көсөргәнеш һаҡлана. Шуға ла беренсе сессияның пленар ултырышына ошо мәсьәләне ҡарауға сығарҙыҡ, яуаплы ведомство вәкилдәрен саҡырҙыҡ.

Парламентта төрлө йүнәлештәр буйынса 15 эш төркөмө һәм 14 эксперт советы эшләй. Уларҙың күпселегенә “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы вәкилдәре етәкселек итә. Эш төрлө йүнәлештә алып барыла, кабинеттарҙа ғына түгел, урындарҙа ла. Төндә һәм тыйылған ваҡытта алкоголле эсемлек һатыусыларҙы асыҡлау буйынса рейдтар ойошторабыҙ, һауаны бысратыу кимәлен контролдә тотабыҙ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһының барышын күҙәтәбеҙ. Ошондай тикшереүҙәр нигеҙендә закондар ҡабул итәбеҙ йәки башҡарма власть органдарынан тейешле саралар күреү талабын ҡуябыҙ.

Депутат контроле партия проекттарын ғәмәлгә ашырғанда ла алып барыла. Республика парламентындағы “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракция­һынан 13 депутат партия проектта­рының координаторҙары булып тора, һигеҙе проекттарҙың йәмәғәт советына етәкселек итә. “Ҡала мөхите”, “Аныҡ эштәр”, “Айыҡ Башҡортостан”, “Үҙебеҙ­ҙекен һайла” кеүек проекттар халыҡ араһында киң таралған.

Алдағы пландарға килгәндә, партия проекттары буйынса мәктәптәрҙәге капиталь ремонт эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта тамамлатыуға өлгәшеү бурысы тора. Был объекттар 1 сентябргә тапшырылырға тейеш ине, ҡайһы бер райондарҙа ул үтәлмәне. Шуға ла етешһеҙлекте бөтөрөргә кәрәк. Ауылдарҙа почта бүлексәләрен ремонтлауҙы ваҡытында тамамлау мәсьәләһе лә контролдә тотоуҙы талап итә.

 

– Көҙгө сессияла республика парламенты депутаттары алдында ниндәй бурыстар ҡуйыл­ған?

– “Башҡортостан Республикаһында илһөйәрлек тәрбиәһен норматив-хоҡуҡи көйләү мәсьәләләре тура­һында”ғы темаға парламент тың­лауҙары үткәреү планлаштырыла. Асыҡ власть органдарының Еңеү байрағы күсермәһен файҙаланыу тәртибен урынлаштырған закон ҡабул итергә йыйынабыҙ. Фракция депутаттары уҡыусылар, йәштәр менән даими осрашыуҙар үткәрә. Шуға ла илһөйәр­лек тәрбиәләү буйынса эш күп була­саҡ.

Сит илдән төрлө янауҙар яңғыраған осорҙа, санкциялар шарттарында иҡтисадҡа ярҙам итеү буйынса закондар ҡабул ителәсәк, әлбиттә. Уларҙы Хөкүмәт менән берлектә әҙерләйбеҙ.

Фракция төбәктә һәм илдә һанлы технологияларҙы нығытыуға ҙур иғтибар бирәсәк. Санкция шарттарында был өлкәнең йомшаҡ булыуы күренде. Июндә һанлы технологиялар менән эшләгән компанияларға һалым өҫтөнлөктәре тураһында закон ҡабул иттек. Октябрь аҙағында Өфөлә Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округы төбәктәре Закондар сығарыу органдары ассоциацияһының ултырышын үткәрергә йыйынабыҙ. Унда ла һанлаштырыу мәсьәләләре төп темаларҙың береһе буласаҡ.

Шулай уҡ көҙгө сессия ваҡытында беҙҙең фракция туғандаш Донбасс республикаларына ярҙам күрһәтеү эшен дауам итәсәк.

 

– Республика көнө айҡанлы ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– Бөтәһен дә Республика көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Ул – мөһим дәүләт байрамдарының береһе, ныҡлы халыҡ традицияһына ла әйләнде. Республика көнө – тыныслыҡ һәм был ерҙә йәшәгән халыҡтар дуҫлығы символы, Тыуған ерен эскерһеҙ яратҡан, уның тарихына һаҡсыл ҡараған кешеләрҙе берләш­тереүсе. Байрамдың ошондай мәғә­нәле булыуы һәр ваҡыт көнүҙәк торған ҙур гуманитар бурысты үтәй. Әле, тарихи һынылыш ваҡытында, был көндөң әһәмиәте тағы ла нығыраҡ артты. Беҙгә тупланырға, татыу булырға, бер-беребеҙгә ярҙам итергә, ҙур һәм бәләкәй Ватаныбыҙҙың мән­фәғәтен яҡларға, ата-бабаларыбыҙҙың лайыҡлы алмашы булырға кәрәк.

– Рөстәм Рифат улы, әңгә­мәгеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә беҙҙең парламент ошолай көслө булып ҡалһын.

 

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас