

Герб, гимн, флаг кеүек атрибуттар дәүләтселек символы ғына түгел, ил халҡын туплаусы көс тә. Бөгөн, йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү тәү маҡсатҡа әйләнгән заманда, уларҙың әһәмиәте тағы ла артты. Мәктәптәрҙә уҡыу аҙнаһының гимн көйө аҫтында флаг күтәреүҙән башланыуы ла ошо хаҡта һөйләй.
"Беҙҙең башҡорт гимназияһында ла уҡыу аҙнаһы һәр дүшәмбе тантаналы линейканан башлана. Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт флагтары индерелеп, флагштокка урынлаштырыла. Бындай мөһим һәм яуаплы эш уҡыуҙа, спортта яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән балаларға тапшырыла. Гимназия уҡыусылары Рәсәй менән Башҡортостандың дәүләт гимндарын башҡара. Уҙған аҙнаға йомғаҡ яһалып, уңыштар барланып, грамоталар тапшырылғас, башҡарасаҡ эштәр планлаштырыла. Линейка һуңында балалар "Мөһим һөйләшеү" дәресенә юллана. Бындай саралар тәрбиәүи йәһәттән бик әһәмиәтле. Уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо көсәйә. Гимн яңғырағанда, флагтарҙы индергәндә һәр кем Тыуған илебеҙ менән ғорурланыу хистәре кисерә", - ти Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Зилә Миңгәрәева.
Башҡортостандың Дәүләт гербы парламент тарафынан 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында 164-се һан менән теркәлгән. Беҙҙең герб милли орнамент менән уратып алынған түңәрәк эсендә ҡалҡып килгән ҡояш һәм уның нурҙары фонында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Түбәндәрәк ҡурай сәскәһе тажы - халыҡтар батырлығы символы - һүрәтләнгән. Башҡортостандың Дәүләт флагы төҫтәренә буялған, аҡ төҫлө юлына “Башҡортостан” тигән яҙыулы таҫма төшөрөлгән. Дәүләт гербында Салауат Юлаевҡа һәйкәл һәм орнамент – алтынһыу, ҡурай сәскәһе – йәшел, ҡалҡып килгән ҡояш – асыҡ алтынһыу, ҡояш нурҙары – һары, һәйкәл менән орнамент араһындағы фон – аҡ, эске һәм тышҡы түңәрәктәр ҡуйы алтынһыу төҫтә.
Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли геройы, башҡорт батырҙарының ҡаһарманлығына, туған тәбиғәтенә дан йырлаған халыҡ шағиры, уның ижады төрлө ҡыҫырыҡлауҙарға ҡаршы көрәш рухы менән һуғарылған, телдән телгә күсә килгән. Әммә гербта аныҡ шәхес һүрәтләнмәгән. Салауатҡа һәйкәл – азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшкән дөйөмләштерелгән яугир егет образы, ул Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығын, берҙәмлеген сағылдыра.
Гербтың авторы – Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимны 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителгән, ә уның тексы 2008 йылдың 18 сентябрендә раҫланған. Тексын Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр башҡорт телендә яҙған, ә Фәрит Иҙрисов, Светлана Чураева рус теленә тәржемә иткән. Гимнға көйҙө Фәрит Иҙрисов яҙған.
Дәүләт гимны
Башҡортостан, hин hөйөклө ғәзиз ер,
Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.
Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа
Тыуған илдең тыныс ал таңы.
Дан hиңә, Башҡортостан!
Илен hөйгән азат халҡыңа дан!
Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә
Сәскә ат, Башҡортостан!
Башҡортостан, hин хөрмәтле, данлы ил,
Еңеү яулап алға бараһың.
Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә
Һинең ғорур рухлы байрағың.
Республикам, йондоҙ булып балҡы hин,
Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.
Тыуған ерҙә hүнмәҫ усағыбыҙ,
Туған телдә тынмаҫ йырыбыҙ.
Фото: Я. Хамматов исемендәге гимназия архивы.