

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу ваҡиғаһына ҡарата фекере менән уртаҡлашты.
"Өфө ҡалаһының Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу - Өфө һәм республика халҡы өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Монументаль архитектура композицияһы Совет майҙанын үҙгәртеп кенә ҡалманы, ә республикабыҙҙың мөһим тарихи ваҡиғаһын гранитта нығытты. 1942 йылдың мартында Миңлеғәле Шайморатов тап ошо урында дивизияның фронтҡа китеүгә әҙер булыуы тураһында хәбәр итә. Дивизияның легендар командиры яуҙа һәләк була. Ә уның дивизияһы яугирҙәре һуғыштың аҙағына тиклем дошман менән алышып, Берлинға тиклем барып етә.
Генерал Шайморатов – әхлаҡ, һынмаҫ рух, ҡаһарманлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү өлгөһө. Фашизмды еңгән халыҡтың батырлығын данлаған һәйкәл беҙҙе үҙ тарихыбыҙҙы, ата-бабаларыбыҙ иҫтәлеген лайыҡлы һаҡларға саҡыра", - тине К. Толкачев.
Фото: Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай.