

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынаың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яуыз уйлы әҙәм ферманан ике быҙауҙы урлап һатырға йыйынған.
Дәүләкән районы буйынса эске эштәр бүлегенә 37 йәшлек ир ике быҙауын урлауҙары тураһында хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, малдар йәйге кәртәлә торған. Ошо хаҡта белгән бер әҙәм ике быҙауҙы сәлдереп, һатырға йыйынған. Әммә ферма эргәһендә ят автомобилде күргән кешеләр был хаҡта быҙауҙың хужаһына хәбәр иткән.
Хужа килеп еткәнсе, уғры ҡасып өлгөргән. Оператив-эҙләү барышында шик аҫтында булған кеше ҡулға алына. Ир ҡылған эштәре тураһында һөйләп биргән.
Урлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, быҙауҙарҙы хужаһына ҡайтарғандар. Әлеге ваҡытта тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре бур ирҙең башҡа ошондай енәйәттәргә ҡағылышлығын тикшерә.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.