Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Октябрь 2022, 17:50

Республикала оператив штаб булдырылды

Ул нимә менән шөғөлләнәсәк? 

Республикала оператив штаб булдырылдыРеспубликала оператив штаб булдырылды
Республикала оператив штаб булдырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика оператив штабын булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, Радий Хәбиров етәкләгән штаб составына министрлыҡ һәм ведомство, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары, шулай уҡ республика ойошмалары етәкселәре инде.

Оператив штаб етәксеһе вәкәләттәренә халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса саралар уҙғарыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итеү, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең, башҡа ғәскәрҙәрҙең, хәрби берәмектәрҙең һәм халыҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә ҡағылышлы сараларҙы тормошҡа ашырыу инә.

Бынан тыш, Указ йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү өсөн өҫтәмә саралар күрергә, ҡайһы бер инфраструктура объекттарының, шул иҫәптән транспорт, элемтә, энергетика өлкәһендә махсус эш ваҡыты индерергә мөмкинлек бирә.

Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указының төп өлөштәренә аңлатма бирҙе.

Һеҙҙең иғтибарға ошо әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

ҺОРАУ: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, Башҡортостан әҙерлектең база кимәле иғлан ителгән төбәктәр исемлегенә инде. Был ҡарарға ярашлы республика нимә эшләргә тейеш?

Радий ХӘБИРОВ: Был, ысынлап та, ҙур яуаплылыҡ. Указға ярашлы төп бурыс – оператив ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн төбәк башлыҡтарының мөмкинлектәрен киңәйтеү. Тағы ла бер мөһим йүнәлеш – республиканың идара итеү командаларын, муниципаль берәмектәрҙе һәм федераль структураларҙың беҙҙең биләмәләге территориаль органдарының эшен координациялау. Был эште яҡшы ойошторорға булышлыҡ итә. Бындай тәжрибә беҙҙә булғайны инде. Беҙ коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкәндә, Президент төбәк етәкселәре вәкәләттәре буйынса шундай уҡ ҡарарҙар ҡабул иткәйне.

ҺОРАУ: Дәүләт башлығы Указына ярашлы өҫтәмә вәкәләттәрҙе нисек тормошҡа ашырырға ниәтләйһегеҙ?

Радий ХӘБИРОВ: Республика етәксеһе булараҡ, минең өсөн төп бурыс - иҡтисадтың һәм ижтимағи-сәйәси хәлдең тотороҡлоғон тәьмин итеү, социаль йөкләмәләрҙе үтәү. Әле әүҙем шөғөлләнгән эштәр ҙә мөһим. Был - Рәсәй Ҡораллы Көстәренең ихтыяжын тәьмин итеү. Башҡортостандан мобилизацияланған халыҡ, ирекмәндәр, республика батальондары махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Беҙ уларға, яугирҙәребеҙҙең туғандарына һәм яҡындарына ярҙам итәбеҙ.

Һорау: Президент Указы шулай уҡ төбәк башлыҡтарына оператив штабтар эшен ойошторорға ҡуша.

Радий ХӘБИРОВ: Махсус хәрби операция башланғандан һуң иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡлоғон тәьмин итеү буйынса штаб ойошторҙоҡ. Ул беҙҙә әле лә эшләй. Беҙ уны йыш үткәрмәйбеҙ, сөнки санкциялар баҫымының төп тулҡынын үттек. Башҡортостан иҡтисадының торошо беҙгә планлы тәтиптә эшләргә мөмкинлек бирә.

Яңы ойошторолған республика штабы иғтибарын мин әйткән мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтәсәк. Яҡын арала уның ултырышын үткәрәсәкбеҙ, тәү сираттағы мәсьәләләрҙе ҡараясаҡбыҙ.

Айырып әйтәм: республикабыҙ иҡтисадының, социаль өлкәһенең торошо тотороҡло. Беҙ ҡуйылған бурыстарҙың барыһын да үтәйбеҙ. Шуға күрә артабан да тыныс һәм ышаныслы эшләйбеҙ.

Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас