Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Октябрь 2022, 08:40

Дөрөҫ һәм ваҡытында ҡабул ителгән ҡарар

Башҡортостанда база әҙерлеге кимәле индерелгән, тимәк, ҙур ҡурҡыныс янамай.

Дөрөҫ һәм ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарДөрөҫ һәм ваҡытында ҡабул ителгән ҡарар
Дөрөҫ һәм ваҡытында ҡабул ителгән ҡарар

19 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең Донецк, Луганск халыҡ республикаларына, Херсон һәм Запорожье өлкәләренә хәрби хәл индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документта был биләмәләрҙә 20 октябрҙән хәрби хәл индерелеүе тураһында белдерелә.

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Рәсәй Президентының был ҡарарын хуплап, дөрөҫ һәм ваҡытында ҡабул ителде, тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

– Рәсәйҙең дүрт төбәгендә хәрби хәл индерелеүе тураһындағы Указға ҡул ҡуйылды. Илдең ҡалған төбәктәрендә “уртаса әҙерлек” һәм “база әҙерлеге” торошо индерелде.

Рәсәй Президентының төбәк башлыҡтарына хәүефһеҙлек буйынса саралар күреү һәм үҙҙәрендә көс структураларын көйләү буйынса өҫтәмә вәкәләттәр биреүе бик дөрөҫ, ваҡытында ҡабул ителгән ҡарар. Пандемия осорондағы кеүек үк, килеп тыуған хәүефкә ҡарата саралар урындарҙағы ваҡиғаларҙан сығып хәл ителә.

Рәсәйҙең хәрби хәрәкәт барған дүрт төбәгендә хәрби хәл индерелә һәм барлыҡ саралар ҡулланыласаҡ. Республика һәр хәүефкә әҙер булырға тейеш, шуға ла берҙәм штаб булдырылды, унда власть, муниципаль органдарҙан һәм көс структураларынан барлыҡ мәғлүмәт туплана.

Башҡортостанда база әҙерлеге кимәле индерелгән, тимәк, ҙур ҡурҡыныс янамай, әммә диверсияларға юл ҡуймау һәм көстәрҙең, мөмкинлектәрҙең хәлен билдәләү сараларын күрергә кәрәк.

Берҙәмлектә - беҙҙең көс. Хәүефһеҙлек – процесс, ә һөҙөмтә түгел, – тип белдерҙе Зариф Байғусҡаров.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: t.me/bayguskarov 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас