Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Октябрь 2022, 14:30

Оператив штабтың беренсе ултырышы үтте

Башҡортостан Башлығы мобилизацияланған кешеләрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүгә ныҡлы иғтибар бүлергә ҡушты.

Оператив штабтың беренсе ултырышы үттеОператив штабтың беренсе ултырышы үтте
Оператив штабтың беренсе ултырышы үтте

20 октябрҙә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк оператив штабының беренсе ултырышын үткәрҙе. Мәғлүм булыуынса, кисә төбәк етәксеһе уны булдырыу тураһындағы указға (указ) ҡул ҡуйҙы.

Оператив штабҡа оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ ойошмалар, муниципалитеттар инде.

– Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә үҙ указы менән Башҡортостанды база әҙерлеге кимәлендәге төбәктәр иҫәбенә индерҙе. Беҙҙең төп бурыс – предприятиеларҙың, ойошмаларҙың, республиканың бөтә иҡтисади һәм социаль өлкәһенең эшен яҡшы итеп ойоштороу. Ултырышта Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон һаҡлау буйынса эште ойоштороуҙы ҡараныҡ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттән һәм муниципалитеттарҙан мобилизацияланған кешеләрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүгә ныҡлы иғтибар бүлергә ҡушты.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Башлығының рәсми сайты.

Оператив штабтың беренсе ултырышы үтте
Оператив штабтың беренсе ултырышы үтте
Оператив штабтың беренсе ултырышы үтте
Оператив штабтың беренсе ултырышы үтте
Оператив штабтың беренсе ултырышы үтте
Оператив штабтың беренсе ултырышы үтте
Оператив штабтың беренсе ултырышы үтте
Оператив штабтың беренсе ултырышы үтте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас