Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Октябрь 2022, 07:00

Хәрбиҙәр өсөн кейемгә хаҡты кемдәр арттырған?

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлегенә ошоға бәйле мөрәжәғәттәр артҡан

Хәрбиҙәр өсөн кейемгә хаҡты кемдәр арттырған?Хәрбиҙәр өсөн кейемгә хаҡты кемдәр арттырған?
Хәрбиҙәр өсөн кейемгә хаҡты кемдәр арттырған?

Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, хәрби экипировкаларға ихтыяж артты, шулай уҡ ошо йүнәлештә махсуслашҡан магазиндарҙа әйберҙәргә хаҡ күтәрелеүе күҙәтелде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлегенә ошоға бәйле мөрәжәғәттәр ҙә артҡан. Ошо айҡанлы хаҡтарҙы анализлау һәм уларҙы арттырыу осраҡтарын асыҡлау маҡсатында рейдтар ойошторола.

“Эшҡыуарлыҡ” федераль партия проектының төбәк координаторы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк сәйәси советы ағзаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина партия проектының Йәмәғәт советы ағзалары, әүҙемселәре, ирекмәндәр менән Өфө магазиндарындағы хәрби махсус кейемдәрҙең хаҡтарын тикшерҙе.

– Октябрь башында был мәсьәлә буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күп килде. Шул уҡ ваҡытта махсус кейем һатыу менән шөғөлләнгән сауҙа нөктәләре буйынса бер нисә рейд үткәрҙек. Уның һөҙөмтәләрен сара күреү өсөн күҙәтеү органдарына тапшырҙыҡ. Әле контроль рейдын уҙғарҙыҡ, уның һөҙөмтәһендә алдан боҙоуҙар асыҡланған ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә махсус хәрби кейемгә хаҡтар өлөшләтә мобилизация башланған ваҡыттағы торошона ҡайтыуын күрҙек.

Кейемдең төп өлөшө илебеҙҙә етештерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур ихтыяж булған мобилизацияланғандар өсөн кәрәкле тауарҙарға хаҡты нигеҙһеҙ арттырған һәм илдә килеп тыуған хәлде файҙаланып, аҡса эшләп ҡалырға теләгән намыҫһыҙ эшҡыуарҙар ҙа бар. Был осраҡтарҙы күҙәтеү органдарына хәбәр итәсәкбеҙ һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырасаҡбыҙ.

Әле лә гуманитар йөктәр йыйыла, кешеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡындарына әйберҙәр һатып ала. Беҙҙең илебеҙ берәү. Беҙҙең маҡсат – берләшеү. Еңел булмаған заманда тупланырға, Ватан һаҡсыларының тылын нығытырға һәм гражданлыҡ ҡарашын күрһәтергә тейешбеҙ, – тине Гөлнур Ҡолһарина.

Рейд ваҡытында әүҙемселәр Өфө ҡалаһының Ленин, Совет һәм Октябрь райондарындағы магазиндарҙа булды, хәрби махсус кейемгә хаҡтарҙы тикшерҙе.    

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Берҙәм Рәсәй” партияһының рәсми сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас