Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Октябрь 2022, 06:15

“Төбәк бүлексәләрен асыу законға ярашлы”

Тамара Танһыҡҡужина “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәләре асылыуына аңлатма бирҙе.

“Төбәк бүлексәләрен асыу законға ярашлы”“Төбәк бүлексәләрен асыу законға ярашлы”
“Төбәк бүлексәләрен асыу законға ярашлы”

Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси советы ағзаһы Тамара Танһыҡҡужина Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәләре асылыуына аңлатма бирҙе.

Уның әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында төбәк бүлексәләрен ойоштороу законға ярашлы. “Төп сәйәси партия илдә абруй ҡаҙана, халыҡ файҙаһына эш итеүен иҫбатланы. Партия проекттарын һәм халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу төбәктәрҙә ғәҙәти тормошто яйға һалырға мөмкинлек бирер тип ышанам”, – тине Тамара Танһыҡҡужина.

Мәғлүм булыуынса, махсус операцияның тәүге көнөнән үк “Берҙәм Рәсәй” Донбасс халҡына, шулай уҡ Луганск, Донецк халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә ҡалғандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Партияның төбәк бүлексәләре халыҡ республикаларына 14 мең тоннанан ашыу гуманитар йөк тапшырҙы, шуның 700 тоннанан ашыуын медикаменттар тәшкил итә.

Махсус операция башланғандан алып “Берҙәм Рәсәй” граждандарҙан һәм ойошмаларҙан 500 миллион һумдан ашыу иғәнә йыйҙы. Уға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, инвалидтар өсөн реабилитация саралары, балалар өсөн кәрәк-яраҡ, иң кәрәкле әйберҙәр һатып алынды. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” фронтҡа ярҙамға миллиард һумдан ашыу аҡса йыйҙы. Һәм уға меңләгән квадрокоптер, пилотһыҙ осҡостар, элемтә саралары, тепловизорҙар һәм экипировка һатып алып, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә тапшырылды.

Донбасста, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә “Берҙәм Рәсәй”ҙең 40-тан ашыу гуманитар үҙәге эшләй. Донецк Халыҡ Республикаһында 15 үҙәк асылған. Уларҙың 10-һы – Мариуполдә. Шулай уҡ ҡайһы бер биләмәләрҙә партияның юридик һәм психологик ярҙам үҙәктәре, балалар өсөн ял үҙәктәре эшләй.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас