Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Октябрь 2022, 11:00

Ысын батырҙарҙан өлгө алайыҡ

Игорь Комаров менән Андрей Назаров легендар командир Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды.

Ысын батырҙарҙан өлгө алайыҡЫсын батырҙарҙан өлгө алайыҡ
Ысын батырҙарҙан өлгө алайыҡ

25 октябрҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Волга буйы федераль округының Закондар йыйылышы вәкилдәре генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһында ҡатнашты.

– Һәйкәл һоҡландыра һәм илһамландыра. Ул ҡаланы биҙәп кенә ҡалмаҫ, ә балаларҙа, йәштәрҙә тарихҡа, республика мираҫына иғтибар уятыр, үҫеп килгән быуын бөтә ил һоҡланған ысын батырҙарҙан өлгө алыр, тип ышанам, – тине Игорь Комаров.

Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса ҡуйылды. Ул 11 октябрҙә – Республика көнөндә тантаналы рәүештә асылды.

Легендар командирға һәйкәл конкурс нигеҙендә һайлап алынды, уны  билдәле скульптор Салауат Щербаков эшләне. Постаменттың ситтәренән барельефтар ҡуйылған. Унда башҡорт халҡының ҡаһарман үткәне сағыла – “Урал батыр” эпосы, халыҡ батыры Салауат Юлаев, “төньяҡ амурҙары” һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы.    

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Игорь Комаров и Андрей Назаров возложили цветы к памятнику генерал-майору Минигали Шаймуратову в Уфе (pravitelstvorb.ru)

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас