Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Октябрь 2022, 12:35

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә иғтибарҙы арттырыу талап ителә

Бәлиғ булмағандар араһында тәртип боҙоуҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса республика форумы үтте.

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә иғтибарҙы арттырыу талап ителәМобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә иғтибарҙы арттырыу талап ителә
Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә иғтибарҙы арттырыу талап ителә

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Бәлиғ булмағандар араһында тәртип боҙоуҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса республика форумы үтте. Унда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне.

– Һәр дәүләттең бурысы – йәмғиәтебеҙҙең лайыҡлы ағзаларын тәрбиәләү. Башҡортостанда берәҙәклекте һәм тәртип боҙоуҙы иҫкәртеүҙең комплекслы системаһы булдырылған. Был эште дүрт йүнәлештә ойошторҙоҡ. Беренсе йүнәлеш – ғаилә, ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән эшләү. Икенсе йүнәлеш – ауыр балалар менән эшләгән педагогтар менән тәьмин итеү һәм квалификацияларын камиллаштырыу. Өсөнсө йүнәлеш – мәктәптән тыш ваҡытта балаларҙы өҫтәмә үҫтереү, йәмәғәт проекттарын йәлеп итеү, – тине Премьер-министр.

Андрей Назаров Республика ата-әсәләр советы эшләүе тураһында ла билдәләне. Ул йәмәғәт ойошмалары, муниципалитеттар, ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәрен берләштерә.

– Мәктәптәге туҡланыу сифатын күҙәтеү, кластан тыш һәм мәктәптән тыш эштәрҙе ойоштороу вәкәләттәре уларға ҡағылыуы ла мөһим. Ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлек яҡшы ойошторолған: ата-әсәләр йыйылышынан алып, Шәжәрә байрамы, “Тел һәм мәҙәниәт парады”, “Милли костюм” һәм “Милли аш-һыу” кеүек берҙәм проекттарға тиклем.

Мәктәптәрҙә 2,5 мең “ата-әсәләр” патруле булдырылған һәм улар иҫкәртеү эше менән шөғөлләнә. Был эшкә “Заманса атай-әсәйҙәр”, “Атайҙар советы”, “Башҡортостан Республикаһы әсәйҙәре” һәм башҡа бик күп йәмәғәт ойошмалары йәлеп ителә. Мәктәп психологтары хеҙмәттәре эшләй, – тип һөйләне Премьер-министр.

Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, икенсе йүнәлеш буйынса республикала психолог-педагогтар һаны 12 процентҡа артҡан, улар менән мәктәптәрҙе тәьмин итеү - 65 процентҡа.

– Мөмкин булғанса, педагогтар корпусының эш хаҡын индексацияларға тырышабыҙ. Мәғариф министрлығына мәктәп психологтарына ярҙам итеүҙең һәм ҡеүәтләүҙең икенсе юлдарын эҙләргә кәрәк, – тине ул.

Өсөнсө йүнәлеш буйынса төбәктә өҫтәмә белем биреү системаһы формалашҡан, ул 200-ҙән ашыу ойошманан тора.

– Ул ярты миллиондан ашыу баланы йәлеп итә. “Һәр баланың уңышы” федераль проекттын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Өс йылда уның буйынса ике миллиард һум йәлеп иттек. Һуңғы йылдарҙа 39 муниципалитетта өҫтәмә үҫеш программаларын ғәмәлгә ашырыу өсөн 8,5 мең яңы урын булдырылды, – тине Премьер-министр.

Башҡортостанда өҫтәм белем биреүгә балаларҙың 80 проценты йәлеп ителгән.

– Балалар өсөн уларҙың йәлеп итеүсәнлеген арттырырға кәрәк. Төп баҫымды иҫкәртеүгә йүнәлтеү мөһим, хәүеф категорияһынан булған балаларҙы йәлеп итеп, – тип өҫтәне Андрей Назаров.                

Республикала алып барылған әүҙем эшмәкәрлек ыңғай һөҙөмтәләрен бирә. Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәһе буйынса бәлиғ булмағандар ҡылған енәйәттәр туғыҙ процентҡа кәмегән, шулай уҡ  енәйәт ҡылған балалар һаны ла ун процентҡа түбәнәйгән.

Андрей Назаров махсус хәрби операция барған шарттарҙа барлыҡ иғтибарҙы һәм көстәрҙе ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, сәләмәт тормош рәүешен таратыуға һәм закон буйынса йәшәргә өйрәтеүгә йүнәлтеү мөһимлеген билдәләне. Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ныҡлы иғтибар бүлергә кәрәк, тине ул.  

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Андрей Назаров открыл Республиканский форум по вопросам профилактики правонарушений среди несовершеннолетних (pravitelstvorb.ru)

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас