

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй Федерацияһы субъекттары – Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе араһындағы сиктең урынлашҡан ерен билдәләү хаҡындағы Килешеүҙе раҫлау тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр һәм Башҡортостан Республикаһының Иглин районындағы ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен үҙгәртеү тураһында”ғы БР Закондарына ҡул ҡуйҙы.
– Ырымбур өлкәһенең сиге тураһындағы Закон Башҡортостандың күрше төбәктәр менән сиктәрен асыҡлау буйынса ҙур эшкә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының алты субъекты менән сиктәш. Уларҙың бишеһе менән беҙ кәрәкле процедураларҙы тамамланыҡ та инде. Һәм хәҙер беҙҙең алтынсы күрше – Ырымбур өлкәһе менән дә барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл иттек. Һорауҙар күп булды. Ҡайһы бер участкалар ике субъекттың да иҫәбендә тора ине, ҡайҙалыр биләмә юридик яҡтан бер төбәккә беркетелгән, ә икенсе төбәк халҡы файҙаланды. Әле беҙҙең арала ҡапма-ҡаршылыҡтар юҡ. Сикте аныҡлау юридик әһәмиәткә генә ҡайтып ҡалмай, ә иҡтисади йәһәттән дә мөһим. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында сиктәрҙе Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индереп, асыҡ күрһәтеү хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы ла ябайлаштыра һәм төбәктәргә инвестиция йәлеп итеүгә лә ыңғай булышлыҡ итә, – тип аңлатты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Республиканың Иглин районындағы ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙең сиктәре тураһындағы Закон Ҡалтыман һәм Иглин ауыл советтарының сиктәрен үҙгәртә, уларҙың Алатор ауылы сиктәре һәм граждандарҙың ер участкалары менән киҫелешен бөтөрә.
– Республика эсендә сиктәрҙе асыҡлау һәм административ-территориаль төҙөлөшөндә тәртип урынлаштырыу беҙгә ер сығанаҡтарын хужалыҡ әйләнешенә һөҙөмтәлерәк йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк. Алатор ауылы сиге киңәйә, 350-нән ашыу яңы участка барлыҡҡа киләсәк. Был ерҙе шәхси һәм социаль торлаҡ төҙөү өсөн дә, шулай уҡ коммерция маҡсатында файҙаланырға мөмкин буласаҡ, – тине Константин Толкачев.
Иглин ауыл Советы биләмәһенең 1,37 гектар майҙаны Ҡалтыман ауыл Советына бирелә, ә Ҡалтыман ауыл Советы биләмәһенең 0,31 гектар майҙаны Иглин ауыл Советы составына индерелә.
Фото: tatiana-poto.ru.
Мәғлүмәт сығанағы: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай.