Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Ноябрь 2022, 07:58

Хеҙмәткә тоғролоҡ – тормош мәғәнәһе

Яуаплы йүнәлештәрҙең береһен алып бара.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Суд приставтары хеҙмәте төрлө үҙгәрештәр һәм яуап­лы мәлдәр кисергән осорҙа ла, һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар дауамында намыҫлы эшләп килгән белгестәр бар. Татьяна Огневец ошондай тәүәккәлдәр сафын тулыландыра. Ул инде 40 йыл бар күңелен һалып үҙ бурысын үтәй, уны хеҙмәттәштәре абруйлы кеше, төплө белгес булараҡ хөрмәт итә. Суд приставтарының һөнәри байрамы алдынан Татьяна Александровнаның фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланған – “Һөнәргә тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Татьяна Огневец 18 йәшендә суд приставтары хеҙмәтенә – Әлшәй район суды башҡарыусыһы булып эшкә килә. Еңелдән булмаһа ла, һөнәрен шунда уҡ оҡшатып, ғүмер юлын суд ҡарарҙарын башҡарыуға арнай. Бөгөн эске хеҙмәт майоры Әлшәй районының суд приставтары бүлексәһе начальнигы урынбаҫары вазифаһында.

Әле ул ведомствоның иң яуаплы йүнәлештәренең береһен алып бара – бәлиғ булмаған балаларға алименттарҙы түләттерә. Мәҫәлән, быйыл уның хеҙмәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бәлиғ булмаған 150 баланың законлы хоҡуҡтары яҡланған һәм улар файҙаһына бөтәһе 8,5 миллион һум күләмендә алимент аҡсаһы ҡайтарылған.

Фиҙакәр һәм намыҫлы хеҙмәте, эшендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн ул төрлө наградаларға һәм маҡтау грамоталарына лайыҡ булған. Был бүләктәр араһында суд приставтары хеҙмәтенең юбилей миҙалдары, Рәсәй Юстиция министрлығының Рәхмәт хаты, III, II һәм I дәрәжә “Хеҙмәт өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Рәхмәт хаты бар.     

Татьяна Александровна хаҡында хеҙмәттәштәре “аҡыллы, һәр саҡ ғәҙел, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә, ярҙамсыл, яуаплы, алсаҡ, иғтибарлы һәм изге күңелле” тигән фекерҙә. Уны үҙ эшенең оҫтаһы, йәштәрҙең остазы булғаны өсөн хөрмәт итәләр.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас