Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Ноябрь 2022, 11:00

Һорауҙарығыҙҙы бушлай биреп ҡалығыҙ

1 ноябрҙә 15 – 18 сәғәттә “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге офистарында “Росреестр” идаралығы белгестәре эшҡыуарҙарға, граждандарға һәм ойошма-предприятие вәкилдәренә күсемһеҙ милек менән эш итеү буйынса консультациялар үткәрә.

Һорауҙарығыҙҙы бушлай биреп ҡалығыҙҺорауҙарығыҙҙы бушлай биреп ҡалығыҙ
Һорауҙарығыҙҙы бушлай биреп ҡалығыҙ

1 ноябрҙә 15 – 18 сәғәттә “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге офистарында “Росреестр” идаралығы белгестәре эшҡыуарҙарға, граждандарға һәм ойошма-предприятие вәкилдәренә күсемһеҙ милек менән эш итеү буйынса консультациялар үткәрә.

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынованың һүҙҙәренә ҡарағанда, күсемһеҙ милекте теркәү һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан белешмәне рәсмиләштереү, шулай уҡ ер ҡануниәте, күсемһеҙ милек объекттарының кадастр хаҡы, ведомствоның электрон хеҙмәте һәм башҡалар тураһында мәғлүмәттәргә эйә булырға мөмкин. “Беҙгә килгәндәргә кәңәштәр бушлай бирелә. Күп функциялы үҙәк офистарында “Росреестр” идаралығы белгестәре менән кәңәшләшеү мөмкинлеге булдырылған. Ҡайһы бер офистарҙа һорауҙарға яуаптарҙы видеобәйләнеш форматында алырға мөмкин”, - тип хәбәр итте Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры урынбаҫары Эльвира Ғәбдрәхимова.

Сараға барлығы 15 офис йәлеп ителгән. Улар Өфөлә Ғөбәйҙуллин урамындағы 6-сы йортта (“Аркада” сауҙа үҙәге), Октябрь проспектындағы 4/1 йортта (“Мир” сауҙа үҙәге), Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Мәләүез, Нефтекама (Төҙөүселәр урамы, 59-сы йорт), Октябрьский (Кортунов урамы, 15-се йорт), Салауат, Сибай, Учалы, Күмертау, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ (Хоҙайбирҙин урамы, 83-сө йорт), Ишембай ҡалаларында урынлашҡан.

+7 (347) 246-55-33 / +7 (927) 3333 100 телефондары аша йәки  mfcrb.ru рәсми сайтында мәғлүмәтте тулыраҡ белергә мөмкин, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас